Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Май 2021, 13:57

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға? Һеҙгә бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.*Тары ярмаһы һибергә. Ҡырмыҫҡалар уны ояһына (иләүенә) ташый.

Яйлап уларҙың юлдары тары менән ҡаплана. Шунлыҡтан йә ҡырмыҫҡалар унан сыға алмай, йә икенсе урынға күсергә мәжбүр була.
Тары эстәрендә бүртеп ҡырмыҫҡаларҙы үлтерә тигән вариант та бар. Нисек кенә булмаһын, был ярма ярҙам итә, тигән фекер йәшәй.
*Ҡоро сөпрәгә (берәй киҫәк) бер аш ҡалағы шәкәр ҡушығыҙ. Унан бер аҙ һыу, тамсы бал һәм ҡайын дегете. Ошо “бутҡа”ны шырпы ҡаптарына һалып, бер аҙ асыҡ көйөнсә ҡырмыҫҡалар йөрөгән ергә ҡалдырырға.
*Ирәүәнде киҫәктәргә бүлеп, ҡырмыҫҡа йөрөгән ергә һалырға.
*Шулай уҡ шәкәр ҡушылған бор кислотаһын тәҡдим итәләр.
Йәнә интернет киңлектәрендә шундай кәңәштәр йөрөй: йәнәһе лә манный ярмаһын һибеп сығырға кәрәк. Кемгәлер был ярҙам иткән, кемгәлер юҡ. Эттәргә тәғәйенләнгән шампунде һыуға ҡушып һиптереүселәр ҙә бар икән. Эзбиз, нашатыр спирты, көл, керосин ярҙам итә тип әйтеүселәр ҙә бар.
Ә һеҙ нисек ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолаһығыҙ? Магазинда һатылған әйберҙәр ярҙам итәме?
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Резеда Валиева
"Атайсал" гәзитенән.
Читайте нас: