Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Май 2021, 14:13

"Ямғыр, яу, яу, яу!"...

Быйылғы яҙ ҡапыл килде, уның артынса – йәй уртаһында була торған эҫе көндәр...

Бөгөн магазиндан ҡайтып килһәм, аҫтағы ҡатта йәшәгән Мәрйәм инәй юлыма осраны. Мине күреү менән: "Ҡайҙан киләһең?" – тип һораны. Шул уҡ ваҡытта үҙенең баҡсаға китеп барғанын, бөгөн иң эҫе көн булғанын күңелһеҙ генә хәбәр итте ул. "Ни хәл итәһең, эҫе булһа ла, өйҙә ултыра алмайым инде" – тине күршем. Ә боронғо ата-бабалырыбыҙ ни тине икән ошондай хәлдә?
...Йәй ҡоро килгәндә "Ямғыр теләү" йолаһы башҡарылған: билдәләнгән көндә аҡһаҡалдар, бөтә ауыл халҡы йылға буйына сыҡҡан (йыуыныу, таҙа кейем кейеү тыйылған), яр буйында ҡара (болот төҫөн кәүҙәләндергән) һыйыр йәки бер нисә һарыҡ ҡорбан ителгән.
Мәҫәлән, фольклорсы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева үҙенең " Йәмғиәтте тотоп торған бағана" хеҙмәтендә ошондай миҫалдар килтерә:
"Ҡарға бутҡаһы" ашалып бөткәс, "һыуға һалыш" башлана. Тәүҙә мулланы йә икенсе бер оло кешене һыуға һалалар... Бөтәһе лә ямғыр теләй:
Ямғыр, яу, яу, яу!
Һимеҙ һарыҡ һуйырмын,
Һимеҙ ерен ҡуйырмын,
Ямғыр, яу, яу!
Бала-саға, үҫмерҙәр әсе-әсе итеп, зыйлатып һыҙғыра, уларға һыбыҙғылар ҡушыла.
Ямғыр, яу, яу,
Беҙ булайыҡ һау, — тип һамаҡлайҙар.

Йыйын таралғанда:
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар!
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!?
Баҡсаларҙа алмағас,
Ҡорой, ямғыр яумағас.

Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар,
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ,
Ямғыр, яу! тип теләгеҙ, —
тип, ҡалған бутҡаны, ҡарғалар ашаһын өсөн, ергә, үләнгә һипкеләп китәләр.
Фото: т.роза
Айһылыу Вахитова
Читайте нас: