Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Май 2021, 23:46

"Миңә ейәнсәрем өсөн йәшәр кәрәк..."

Дауаханала ауыр операциянан һуң оло ҡатынды реанимациянан палатаға күсерҙеләр. Күрәһең, тормошта ныҡ бөхтә, таҙалыр, үҙен йыуындырыуҙы үтенде. Йыуындырып, таҙа кейемен кейҙереп, простыняға төрөп һалдым.– Үлмәгән икән әле...Һаташа тип ҡурҡып киттем.

– Кешеләрҙә изгелек үлмәгән икән әле. Күпме үлтерергә тырышһалар ҙа, яҡшылыҡ тере.
Был ҡатындың өс улы һәм ире бар икән. Килделәр. Баштары түбән эйелгән. Түшәген яңыртып түшәнеләр. Өлкән улы уны одеялға төрөп тотоп ултырып торҙо.
– Йонсоноң инде. Атай борщ бешерә, тик һинең аш-һыуыңа етмәй. Тиҙерәк өйгә ҡайт. Беҙ һине ултыртып ҡуйып ҡына әйткәнеңде үтәрбеҙ. Бер нимә лә эшләмәҫһең. Әсәй, ташлама беҙҙе. Һинһеҙ ҡыйын, – тине ул.
Бәләкәйенең хатта күҙе йәшләнде. Ире матрасын һыпырҙы, простыня түшәп, бер сырышы ҡалмаҫтай итеп рәтләне. Яҫтығын ҡабартып һалды.
Ҡайтырға йыйынғандарында өлкән улы арттараҡ ҡалды.
– Әсәй, миңә тиҙ генә кәләш алырға кәрәк. Аңлайһыңдыр, хәлдәр шулайыраҡ. Һин ауырығас, туй тип ауыҙ ҙа асмайбыҙ, ресторанда ғына ултырып алырбыҙ. Ризаһыңмы? УЗИ ҡыҙыбыҙ буласағын күрһәтте. Ҡаршы түгелһеңме? – тине ул.
– Мин нисек ҡаршы булайым? Был һинең тормошоң. Ризалығымды бирәм, – тине әбей.
– Мин хәҙер тиҙ йүнәләсәкмен. Ейәнсәремде күргем килә. Күлдәктәр һәм таҫмалар һатып алыр кәрәк, салбарҙар ялҡытты, – тине һуңынан ул. Палаталағылар дәррәү көлөп ебәрҙе.
Һәм, ысынлап та, ул тиҙ һауыҡты. Уның йәшәү мәғәнәһе барлыҡҡа килде.
Фото т.роза
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: