"Ғаилә көнө менән, дуҫтар. Беҙ хәҙер ҡыҙлы ла, уллы ла булдыҡ. Бөгөн Рияз улыбыҙҙы өйгә алып ҡайттыҡ. Перинаталь үҙәктә эшләгән барлыҡ табиптарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәт", – тип белдергән ул. Шулай уҡ иҫ киткес матур сәскә гөлләмәләре һәм матур бәпес конверты өсөн дә үҙ эшенең оҫталарына йылы һүҙҙәрен еткергән йырсы.