Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Май 2021, 08:00

Ғаилә бәхете - ил бәхете

Иҫке Бәпес ауылында матур итеп донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар күп. Улар араһында Физәлиә һәм Филүс Абдуллиндар ҙа ғаиләһен бәхетле һәм бөтөн итеү өсөн бар күңел донъяһын һалып йәшәй. Ғаиләлә алмалай өс бала үҫеп килә.

Был парҙың икеһе лә төрлө йылдарҙа тимер юлы колледждарында белем алған. Улар артабан икенсе өҫтәмә йүнәлеш алып, проводник һөнәрселеген үҙләш­терә. Береһе поезда Санкт-Петербург яғы­на, икенсеһе Мәскәү ҡалаһына йө­рөй. Шулай ҙа быға тиклем бер-береһен белмәгән йәштәр ошо һөнәрҙәре ар­ҡылы осраҡлы ғына танышып китәләр. Бер мәл улар бер рейсҡа тура килә, һәм Физалиә Филүстең бригадаһына эләгә. Был күрешеү яҙмыштарын үҙгәртә. Егет менән ҡыҙ бер-береһен оҡшатып, ғаилә ҡорорға ҡарар итәләр. Филүс буласаҡ кәләшен күрһәтергә алып ҡайтҡас, һиҙгер күңелле Закирә апай уны шундуҡ оҡшата. Бер нисә айҙан йәш пар егеттең тыуған ауылына йәшәргә ҡайта. Инсафлы, аҡыллы Хәйбулла районы ҡыҙы Физәлиә был яҡтарҙы үҙ итеп, ысын күңеленән ярата. Абдуллиндарҙың мөхәббәттәренең емештәре булып игеҙәктәре донъяға килә. Сабыйҙарға Аҡназар һәм Аҙнагөл тип матур исемдәр ҡушалар. Бер нисә йылдан һуң Ынйылары тыуа. Әлеге көндә балаларҙың өлкәндәренә биш йәш булһа, бәләкәскә ике йәш тулып килә.
- Ишле ғаиләне яратам. Балаларҙы үҫтереү һәм тәрбиәләү күп көс талап итһә лә, улар менән кисергән ҡыуаныстарҙы бер нимәгә лә тиңләп булмайҙыр. Тик сабыйҙарҙы һөйөү менән ҡарарға һәм кесе йәштән эшһөйәрлеккә өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Ҡәйнәмә балаларҙы үҫтерешеүҙә ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәт.
Ауылда йәшәүҙе хуп күрәбеҙ. Үҙ ура­мың, үҙ баҡсаңа ни етә! Беҙ үҫкәндә һәр саҡ малдарыбыҙ күп булды. Атай-әсәйгә ярҙамлашып, малдар ҡараштыҡ, һыйыр­ҙар ҙа һауа инем, - ти Физәлиә Хәлим ҡыҙы.
Әлеге көндә ғаилә башлығы Филүс Ғайса улы Себер тараф­тарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Беҙ барғанда ла ул эштә ине. Ә ҡатын декрет ялында. Ҡәйнә килен буҫағаһынан тигән һүҙҙәр, әйтерһең, нәҡ Физәлиәгә төбәп әйтел­гән. Уңған килен менән ҡәйнә йорт-иха­таларын бөхтә итеү өсөн бар тырыш­лыҡтарын һала­лар. Улар бергәләшеп өй эргә­һендә күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ ма­тур-матур сәскәләр үҫтерәләр. Баҡсала һәм ундағы ҙур теплицала йәшел­сә­ләр мул уңыш бирә. Бөтмөр хужа­бикәләр әҙерләгән ризыҡтар йыл буйына етә. Шулай уҡ хужалыҡтарында йәйҙәрен ҡош-ҡорт та аҫрайҙар. “Киле­нем ныҡ тырыш, ҡулынан килмәгән эше юҡ”, - ти Закирә апай. Уның был һүҙҙә­рендә ҡыҙы кеүек ҡабул иткән килененә ҡарата ихтирам да, һөйөү ҙә бар.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип, тырыш егеттәргә әйтһәләр, был һүҙҙәрҙе Физәлиәгә лә әйтеп булалыр. Уның бешергән ризыҡ­тары телеңде йоторлоҡ булһа, тырышлығы, камиллыҡҡа ынты­лыуы ҡул эштәрендә лә сағылыш таба. Элегерәк бәйләү, артабан япон стилендә таҫмаларҙан сәскә ҡуя торған биҙәүестәр (канзаши) эшләү менән мауыға. Фантазияға бай ҡатын хәҙер инде изолондан сәскәләр, яҡтыртҡыстар эшләү менән шөғөлләнә. Береһенән-береһе матур, балҡып торған ҡул эш­тәрен интернетҡа ҡуйып, кеше­ләрҙе һоҡ­ландыра. Уның күңел йылыһын ҡу­шып тыуҙырған ҡул эштәрен һораусылар ҙа күп икән. Хатта башҡа төбәктәргә, мә­ҫәлән, Ҡурғанға, Дағстанға ла ебәргән!
Йәш килен ауылдаш­тарының һөйөүен һәм ихтирамын да яулап өлгөргән. Шулай булмай ни, Абдуллиндар дөйөм эш өсөн тырышып, ауыл Советы тәҡдим иткән бер конкурстан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Физәлиә “Һай, уңған килендәр!” бәйгеһендә матур итеп сығыш яһаһа, яңы йыл ҡаласығын төҙөүҙә бер нисә йыл ҙур теләк менән ҡатнашалар, ике йыл рәттән беренсе урын алыуға ирешәләр. Шулай уҡ район күләмендә уҙғарылған “Сәс­кәләр байрамы” бәйге­һендә лә өсөнсө урын алалар.
Донъянан артта ҡалмаҫҡа ты­рыш­ҡан Физәлиә Хәлим ҡыҙы яңы­раҡ машина йөрө­төүгә уҡып, та­ныҡлыҡ алған. Баҙнатлылығы, ҡы­йыулы­лы­ғы арҡаһында инде Өфөгә лә машинала йөрөй башлаған.
Абдуллиндарҙың ғаилә­һенә, моғайын, һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ир менән ҡатындың бер-бер береһенә генә түгел, әсәләренә лә, ҡәйнә менән килендең үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәре, яғым­лы ҡараштары өлгө бу­лырлыҡ. Был пар киләсәктә үҙ йорттарын бул­дырып, балаларын ысын кешеләр итеп үҫтерергә ниәт итә. Улар­ҙың матур ниәттәре тормошҡа аш­һын. Һәр ғаилә ныҡлы һәм күр­кәм булһа, илебеҙ ҙә бәхетле булыр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Читайте нас: