Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Май 2021, 08:05

Мирхәй­ҙәрова Ҡәҙриә Факил ҡыҙына

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Мирхәй­ҙәрова Ҡәҙриә Факил ҡыҙын матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шат­лыҡтарҙың иң олоһон юл­лай­быҙ! Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған, сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, яҡыныбыҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө һәм терәк. Яҡын­да­рыңа терәк-таяныс булып, иҫән­лектә, һаулыҡта, тормош матур­лығынан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Артабан да киң күңелле, асык йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән Абдуллиндар ғаиләһе.
***
Ҡәҙерле тормош ип­тәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мирхәйҙәрова Ҡәҙриә Факил ҡыҙын 55 йәшлек матур юби­лейы менән ҡайнар ҡот­лайбыҙ! Яратҡан кешебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә һау­лыҡтың иң ныҡлыһы, ғүмерҙең иң оҙоно, көн­дәрҙең яҡтыһы, бәхет-шатлыҡтарҙы иң олоһо насип булһын. Һин беҙҙең таянысыбыҙ, кә­ңәшсебеҙ, йәшәү йә­мебеҙ. Йылы һүҙең, беҙгә биргән мөхәббәт-наҙың, мул табының өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә йортобоҙҙоң нуры, тормошобоҙҙоң терәге булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ныҡлы сәләмәтлектә, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һөйөнөп кенә йәшәрәгә яҙһын. Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Яҡыныбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, ҡәҙерлебеҙ,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Хәләф, ҡыҙың Гөлназ, улың Азат, кейәүең Дамир, киленең Фәнисә, ейәнсәрең Әминә, ейәнең Тамирлан.
Читайте нас: