Уны май айынан уҡ ашлай башлайҙар. Сәскәһе бөрөләнгәндә һәм сәскә атҡанда үҫемлекте һыу, 7,5 грамм аммиак селитраһы, 10 грамм суперфосфат, 5 грамм калий тоҙонан торған иретмә менән туҡландырырға кәрәк. Ул сәскә атып, ярты ай уҙғандан һуң, тупраҡты 5 грамм калий тоҙо һәм 10 грамм суперфосфатлы иретмә менән эшкәртәләр. Минераль һәм органик ашламаларҙы сиратлап индереү мөмкин. Уларҙы ҡоро килеш ҡыуаҡ тирәһенә, бураҙналарға һалалар. Шулай уҡ әсетке(дрожжи) ҡулланыу ҙа тик файҙаға ғына.
Сәскәгә һыу һибеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Мәҫәлән, йәй һыуыҡ килһә, һипмәҫкә лә мөмкин. Эҫе икән – аҙна-ун көнгә бер мәртәбә. Һыуҙы, ғәҙәттәгесә, ҡыуаҡ төбөнә һибәһегеҙҙер. Пионға былай ярамай. Уның тамырҙары ситтә урынлашҡан, шуға ла һыуҙы төбөнән 20 – 25 сантиметр ситкәрәк һибергә кәрәк.
Пион сәскәһе бер урында 20 йыллап үҫә ала. Әммә ҡартая барған һайын, уның сәскәләре лә бәләкәйләнә һәм һирәгәйә. Шул сәбәпле уны 8 – 10 йыл һайын ҡаҙып алып, бүлеп, күсереп ултыртыу мөһим. Бының өсөн һабаҡтарын-япраҡтарын тулыһынса киҫеп алырға һәм, тамырҙарына зыян килтермәйенсә, ҡаҙып сығарырға кәрәк. Тамырҙарын йыуып, бер көн киптерәбеҙ. Һәр тамырҙа өс-дүрт бөрө ҡалырлыҡ итеп бүлгеләйбеҙ һәм 50 сантиметр тәрәнлектә ултыртабыҙ. Сәскәне төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалыу өсөн, тамырҙы 30 минутҡа марганцовка иретмәһендә тоторға кәрәк. Әммә был эште яҙ-йәй башҡарырға кәрәкмәй, август айына ҡалдырығыҙ.
Пион шулай уҡ йылылыҡ һәм яҡтылыҡ ярата. Шуға ла ҡояш нурҙары ялындырып ҡына төшкән урынға ултыртмау хәйерле. Уны елдән дә һаҡларға кәрәк. Сәскә үҫеп ултырасаҡ урын йорт нигеҙенән һәм ағастарҙан йыраҡ булырға тейеш. Юғиһә ағас тамырҙары сәскәнекенә зыян килтерәсәк.
Был сәскәлә иң йыш осрай торған ауырыу – ботритис. Май айында ауырыу билдәләре күренә башлай. Уның барлығын серек бәбәктәрҙән аңларға була, үҫемлектә һоро тимгелдәр барлыҡҡа килә. Пиондың зыян күргән өлөштәрен киҫеп алырға һәм яндырырға кәрәк. Профилактика сараһы булараҡ, үҫемлекте баҡыр купоросы иретмәһе менән эшкәртеү мөһим. Һарымһаҡ һыуы ла файҙалы.
Пиондың төрлө төҫтәре бар. Баҡсағыҙҙа үҫкән пион сәскәләре һеҙҙең күңелдәрегеҙгә шатлыҡ өҫтәһен, әйткәндәй, был сәскәне байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе тип тә атайҙар.