Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Май 2021, 09:00

Йома мәктәп уҡыусылары ял итә

Тик был ҡарар барыһына ла ҡағылмай. Мәғариф һәм фән министрлығы белдереүенсә...

Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаров республика ата-әсәләренең 14 май көнөн дә мәктәп уҡыусылары өсөн ял итергә тигән теләген еткерҙе һәм был мәсьәләне тикшереүгә ҡуйғайны.
Бөгөн республиканың Мәғариф министрлығы ҡарарын еткерҙе: 14 май 1-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары өсөн ял буласаҡ.
Билдәле булыуынса, иртәгә, 13 май, республикала бөтәһе өсөн дә ял - Ураҙа байрамы.
Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, йома 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары ғәҙәти тәртиптә уҡыясаҡ. Етди имтихандар алдынан уларға был көндәр кәрәк. Балаларҙың өҫтәмә ял көнө белем биреү учреждениеларын антитеррор талаптарына яраҡлылығын тикшереү өсөн файҙаланыласаҡ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: