Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Май 2021, 14:27

Тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ

2022 йылда Башҡортостанда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәтселек биләмәләрен һайлау дауам итә.

26 апрелдә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы, 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәтселек биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү старт алғайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү 30 майға тиклем https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында дауам итә. Унда Рәсәйҙең 14 йәштән өлкәнерәк һәр гражданы ҡатнаша һәм тәҡдим ителгән бер биләмә йә һайланып алынған киңлектәге дизайн-проект өсөн тауыш бирә ала.
Дәүләт хеҙмәттәре порталында иҫәп яҙыуы йәки телефон һандары буйынса тауыш бирергә мөмкин. Әгәр ниндәйҙер проблемалар килеп сыҡһа, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә була. Ул ижтимағи урындарҙағы мәғлүмәт нөктәләрендә эшләй.
Онлайн тауыш биреү иһә түбәндәгеләрҙән тора:
* Муниципаль берәмекте һайлағыҙ һәм тауыш биреү объекттары исемлеге менән танышығыҙ;
* Дәүләт хеҙмәттәре аша инегеҙ йәки исем-шәрифегеҙҙе, тыуған датағыҙҙы, йәшәү урынығыҙҙы, электрон почта адресығыҙҙы, телефон һандарын күрһәтеп, теркәлегеҙ;
* Һеҙҙең уйлауығыҙса иң тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле объектты һайлағыҙ;
* Тауыш биреү һөҙөмтәләре сайтта тауыш биреү тамамланғандан һуң баҫыласаҡ.
Тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ һәм ҡала скверҙары, майҙандар йәки торлаҡ биҫтәләре нисек буласағын хәл итегеҙ. Иң күп тауыш йыйған объекттар икенсе йыл төҙөкләндереләсәк объекттар исемлегенә индереләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы нигеҙендә Башҡортостанда 2019 йылда – 185, 2020 йылда 103 ижтимағи урын төҙөкләндерелде, 2021 йылда 146 ижтимағи урынды ипкә килтереү планлаштырыла.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: