Ҡәҙерлебеҙ, һине байрамың менән ҡотлап ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон юллайбыҙ!
Кешелекле, изге күңелле, тырыш, эшсән булыуыңа һоҡланабыҙ. Ауырымай, һыҙланмай, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына
Беҙ ҙә булырбыҙ бәхетле.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың
Бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Таҙалыҡта үтһен йылдарың.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлиә, ейәнсәрең Юлиә, туғандарың Флорида, Флүрә, Әлфиә, Фәнүр һәм беҙҙең балалар.