Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Май 2021, 10:00

Кем һин, атыш ойошторған әҙәм?

Илназ үҙе уҡыған гимназияға табан мылтығын ҡулында тотоп һәм болғап китеп барған. Юлында осраған кешеләр иһә...

Был фото бөгөн илдең барлыҡ интернет майҙансыҡтары, социаль селтәрҙәре аша үткәндәр. Ошо ҡарап тороуға ябай ғына егет ете бала менән бер өлкән кешене үлтергән, әллә нисә кешене яралаған тип уйларлыҡ та түгел. Эйе, тап ул, 19 йәшлек кеше, бөгөн Ҡазан ҡалаһында ҡанлы атыш ойоштороп, бар илде шаңҡытты. Ул – Илназ Ғәләүиев.
“КП-Һамар” баҫмаһы уның кемлеген асыҡлаған.
Илназ енәйәткә алдан әҙерләнгән. Фажиғәгә тиклем бер нисә көн алда телеграм-канал булдырып, “Бог” тип атаған. Унда кешеләрҙе “биомусор” тип атаған, уларҙы үлтерергә саҡырған, пландары менән уртаҡлашҡан. Күп кешене үлтерергә, аҙаҡ үҙенә ҡул һалырға планлаштырған.
“Был донъяла тереклек ҡалырға тейеш түгел, был - Йыһандың хатаһы”, – тип яҙған.
Илназ үҙе ут асҡан мәктәптә белем алған. Уны ТИСБИ идара итеү университеты ҡарамағындағы колледжға уҡырға ингән. Унда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге белгес һөнәрен үҙләштергән, тик быйыл апрелдә, бурыстары йыйылыу сәбәпле, уҡыу йортонан ҡыуылған.
"Шым, ғәҙәти егет. Мин уны бер нисә тапҡыр күргәнем бар ине, тик яҡын белмәйем. Башҡалар кеүек ине", – тигән был колледжда уҡыған егет (исемдәре йәшерелде).
Шаһиттар белдереүенсә, Илназ ғинуарҙан алып уҡырға йөрөмәгән. Шулай уҡ төркөмөнөң кураторы менән дә аралашмаған, практикаға, имтихандарға килмәгән. Уны уҡыуҙан ҡыуыуҙары – логик ҡарар.
Ғаиләне белгән кешеләр әйтеүенсә, уҡыуҙан ҡыуылғаны асыҡланғас, атаһы тауыш күтәргән, улар улы менән ныҡ итеп талашҡан. Артабан Илназ айырым йәшәй башлаған.
Егеттең ни өсөн мәктәпкә ҡорал тотоп барғанлығын тәфтишселәр асыҡлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның үҙе эшләгән бомбаһы һәм мылтығы (Hatsan ESCORT) булған. Әйткәндәй, Керчь ҡалаһында атыш ойошторған Владислав Росляковтың да ҡоралы тап ошондай. Хаҡы - 40 мең һум, уны ҡаршылыҡһыҙ һатып алырға мөмкин. Енәйәтсе гимназияға мылтығын ҡулында тотоп һәм болғап китеп барған. Әммә үтеп барған кешеләр быға иғтибар итмәгән.
Росгвардия эшмәкәрлеге өсөн яуаплы депутат Александр Хинштейн белдереүенсә, ҡорал йөрөтөүгә рөхсәтте ул ни бары 28 апрелдә генә алған. Ҡурҡыныс планын тормошҡа ашырыу өсөн бер ҡаршылыҡ та булмаған. Шул уҡ депутат әйтеүенсә, 175-се гимназияла һаҡсылар булмаған. Ни бары хәүеф төймәһе генә ҡуйылған.
Әлеге ваҡытта эште тикшереү дауам итә. Яҡына арала Илназды ҡулға алыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: