Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Май 2021, 21:27

Бер төндә юҡ иткәндәр...

Еңеү көнөн билдәләгән мәлдә Баймаҡ ҡалаһында башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға теркәлгән.

Баймаҡ ҡалаһында башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға теркәлгән.
Ҡаланың Еңеү паркында 8 майҙа ғына легендар Т64Б танкына һәйкәл асылды. Бөйөк Ватан һуғышына арналған арт-объектты ҡала һәм район халҡы бик ҡыуанып ҡаршы алды. Уның янынан халыҡ өҙөлмәне: кемдер балаларына Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтирәләрҙе һөйләһә, икенселәр ошо танкта яҡындарының йөрөгәнен бәйән итте, барыһы ла тыуған илебеҙ менән ғорурланыу тойғоһо кисерҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы: бер төн дә үтеп өлгөрмәне, паркта ҡот осҡос осраҡ теркәлде - билдәһеҙ кешеләр яңы һәйкәлде вәхшиҙәрсә ҡыйратҡан, уның ҡайһы бер элементтарын ысҡындырған, фарҙарын ярған. Һәм, сәләм рәүешендә, баш кейемен ҡалдырып киткәндәр.
Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә ҡуйылған арт-объектты мәсхәрәләп киткәндәрҙең эҙенә төшөр, ғәйеплеләр табылыр тип ышанғы килә.
Был танк Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһынан килтерелгән. Шундай иҫтәлекле ҡоролманы юҡ итергә нисек ҡулдары барғандыр?
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайты.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: