Даирә
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 09:53

Ҡуҙғалаҡ файҙалы ла, зыянлы ла

Май айында бик күп шифалы үләндәрҙе йыйып ҡалырға кәрәк. Шул иҫәптән ҡуҙғалаҡты ла. Әммә...

Май айында бик күп шифалы үләндәрҙе йыйып ҡалырға кәрәк. Шул иҫәптән ҡуҙғалаҡты ла. Әммә хәҙер яҙҙың тәүге шифалы үләндәренең береһе - ҡуҙғалаҡты күптәр баҡсаларында үҫтереүҙе хуп күрә. Ул бер урында биш йыл үҫә ала. Уны тәрбиәләүе, үҫтереүе ауыр түгел. Иң мөһиме – дөрөҫ урынға ултыртыу.

Ҡуҙғалаҡ тура төшкән ҡояш нурҙарын һәм 27 градустан артҡан эҫелекте яратмай. Шуға күрә уны ҡояш иртәле-кисле төшкән, күләгәле урынға ултыртырға кәрәк. Түтәлдә һыу йыйылмаҫҡа тейеш. Сөнки бындай урында ҡуҙғалаҡтың тамырҙары серей башлай. Үҙенән алда петрушка, укроп, һуған, ҡабаҡлылар үҫкән ерҙә ул “ҡотороп” үҫә.

Ҡуҙғалаҡты өс мәртәбә ашлар кәрәк, тик уны көл менән ашларға тәҡдим ителмәй.Ҡуҙғалаҡты яҙғыһын йәки көҙҙөң һуңғы айҙарында күсереп ултырталар. Бынан бер аҙна алда уның япраҡтарын ҡырҡып алалар. Күсереү өсөн 2-3 йыллыҡ ҡуҙғалаҡты һайлап алығыҙ һәм уның тамырҙарын 10 сантиметрға тиклем ҡырҡығыҙ. Яҙғыһын шул рәүешле күсерелгән тәмләткесегеҙ бер айҙан уңыш бирә лә башлар.

Ҡуҙғалаҡтың япраҡтарын 15-20 көн һайын ҡырҡып алырға кәрәк. Иртәле-кисле йыйылған япраҡтар тәмлерәк була. Ҡуҙғалаҡ сәскә атҡандан һуң уның тәме насарая. Сәскә биреп ултырған һабаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ. Был һеҙгә артабан да ҡуҙғалаҡты ҡулланырға мөмкинселек бирер. Ҡуҙғалаҡтарҙың төбөн 2-3 см һалам йәки бысҡы онтағы менән күмеп сығыу, уларҙы иртә сәскә атыуҙан һаҡлар. Әгәр ҙә баҡсағыҙҙа ҡуҙғалаҡ сыҡһа, уны тиҙ арала йыйып алығыҙ. Унан бик тәмле бәлеш йәиһә бөйөрөктәр бешерергә мөмкин. Уңған хужабикәләр уны ҡырҡып,туңдырып та һаҡлай.

Ҡуҙғалаҡ флавоноид, липид, аҡһым, минераль тоҙҙар, органик кислоталар (алма, ҡуҙғалаҡ, лимон кислоталары), каротин, В1, В2, С, К, РР витаминдарына бай.
Ҡуҙғалаҡ аш һеңдереү процесын, эсәк, үт ҡыуығы, бауырҙың эшен яҡшырта. Шулай уҡ был үлән колит ауырыуы төрҙәрен, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла. Ҡуҙғалаҡ түлһеҙлектән дә ярҙам итә.

Шулай уҡ ҡуҙғалаҡты ауырлы саҡта, бөйөр шеше ауырыуы, юғары кислоталы гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге яман шеше ауырыуҙары осрағында ҡулланырға ярамай. Ҡуҙғалаҡ кальций матдәһен үҙләштереүҙе ауырлаштыра. Һәр үләнде ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Шифалы үләндең дә, күп сирҙәргә зыянлы булыуы ихтимал.

Ә беҙ бала саҡтан күлдәк итәктәребеҙҙе тултырғансы ҡуҙғалаҡ йыйып алып ҡайтыр инек. Әсәйҙәр унан тәмле пирожкилар, компот ҡайнатыр ине. Әскелтем ҡыр ҡуҙғалағының тәме әле лә тел осонда тора. Хәҙерге баҡса ҡуҙғалағы әсе түгел шул, сөсө...

Фото: ru.depositphotos.com

Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/u-ala-fay-ali-la-ziyanli-la-790939/
Читайте нас в