Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 17:10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала аномаль эҫелек тураһында иҫкәртте

Аномаль эҫе һауа торошо көтә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда аномаль эҫелек тураһында иҫкәртте. «13 майҙан 17-һенә тиклем республикала аномаль эҫе һауа торошо, уртаса һауа температураһының норманан 7 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Һаҡ булығыҙ!» — тиелә ведомство белдереүендә.
Бынан алда Башгидрометүҙәктән был көндәрҙә һауа температураһының төндә +7, +13, көндөҙ иһә +23, +28-ҙән +25, +30 градусҡа тиклем күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнеләр.
Белгестәрҙең мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанға ҡоро антициклон Урта Азия сүллектәренән килгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: