Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 09:23

Татарстанда 12 май матәм көнө тип иғлан ителде

Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың ҡарары менән 12 май республикала матәм көнө тип иғлан ителде.

Был хаҡта Татарстан Республикаһы Президентының матбуғат хеҙмәте етәксеһеЛилиә Ғәлимоваға һылтанма менән «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте.
Бөгөн Ҡазандың 175-се гимназияһында атыш ваҡытында 8 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың күпселеге – балалар. Бөтәһе 21 кеше, шул иҫәптән 18 бала ҡала дауаханаларына оҙатылған, йәрәхәтләнгән алты бала ауыр хәлдә реанимацияла ята.
Теракт арҡаһында Ҡазан мәктәптәрендә икенсе смена булмай. Тиҙҙән Татарстан Республикаһының Террорға ҡаршы комиссияһының ултырышы уҙа. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас в