Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 14:28

Шешлек ҡурып, байрам итеп... өйгә ут төрткән

Гражданлыҡ никахында йәшәгән ҡатынын шланг менән туҡмаған, аҙаҡ бензин һалынған һауытты алып, өйгә йүгергән...

Оҙайлы байрамдың күңелһеҙ ваҡиғаларының эҙемтәләре әле булһа дауам итә. Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында ла аяныслы хәл теркәлгән. Күптән түгел төрмәнән сыҡҡан 27 йәшлек ир 31 йәшлек өс балалы ҡатын менән таныша һәм бергә йәшәй башлай. Байрам тамамланыуҙы билдәләр өсөн улар Ҡыҙыл йылғаһы буйына төшөп, шешлек ҡурып, араҡы эсеп бер аҙ байрам итә. Уларға ҡатындың ҡустыһы үҙенең дуҫ ҡыҙы менән дә ҡушылған.
Полиция бүлегенә 52 йәшлек ҡатындан шылтыратыу алына. Ул ҡыҙының бергә йәшәгән ире уны, туғандарын туҡмауы һәм өйгә ут төртөүе хаҡында хәбәр итә. Тиҙ арала ваҡиға урынына оператив-тикшереү төркөмө юллана. Асыҡланыуынса, йылға буйынса күңел асҡан компания өйгә ҡайтҡас, ир менән ҡатын араһында низағ сыҡҡан. Ир әсәһенең күҙе алдында ҡыҙын шланг менән туҡмай башлаған. "Яңы" кейәүен ҡыуып сығарырға маташҡан ҡәйнәһенең һүҙҙәренән тағы ла оторо ярһыған ир бензин канистраһын алып, йүгереп йортҡа инеп, диван менән креслоға һипкән. Уны туҡтатырға маташҡан ҡатындың ҡустыһына ла бысаҡ менән ташланып, яралап та өлгөрә. Ташланған шырпынан бензин менән "ҡойонған" мебелдәр гөлт итеп тоҡанып та киткән. Ярай әле күмәк көс менән утты ауыҙлыҡлай алғандар.
Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған, ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған. Иреккә сығып та өлгөрмәгән ирҙең тағы ла төрмә рәшәткәһе артына ултырыуы бик ихтимал. Зыян күреүсе ҡатын граждан ирен ныҡ яратҡан күрәһең, яҡын арала уның хәлен белергә барына йыйына, тиҙәр. Бөкөрөнө тик ҡәбер генә төҙәтә алыуын аңламайҙыр, күрәһең.
Фото: "Абзелил" редакцияһы сайтынан.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Sheshlek-urip-bayram-itep---yg-ut-t-rtk-n-791070/
Читайте нас: