Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 09:15
Радий Хәбиров Донбасс халҡын ҡотланы
Башҡортостан Башлығы республика делегацияһы менән бергә Донецк Халыҡ Республикаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
Кисә Донецкиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делегацияһы менән бергә Донецк Халыҡ Республикаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Донбасс халҡын Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының ете йыллығы менән ҡотланы.
"Кисәнән алда ғына Еңеү көнөн ҡаршыланыҡ. Ул – барыбыҙ өсөн дә изге байрам. Бар халыҡтарҙы ла ихлас ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошонда, Донбаста, Дебальцево ҡалаһы эргәһендә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фашистарға ҡаршы һуғышҡан. Уның 78 яугире Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Былтыр Владимир Владимирович Путиндың указы менән легендар яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы тигән юғары исем бирелде. Генералдың һуңғы алышы Луганщинала була. Шайморатовтың һәм уның ҡаһарман яугирҙәренең һуңғы төйәге тап шунда. Иртәгә бар Рәсәй халҡы исеменән уларҙың рухы алдында ихтирам менән баш эйәсәкбеҙ. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм уңыштар теләйем!"
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ошо турала яҙып сыҡты.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141509.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Radiy-H-birov-Donbass-hal-in-otlani-791021/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?