Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 14:24

Рәмилә Мәх­мүт ҡыҙы Абдра­фи­ҡоваға

Бишауыл-Уң­ғар ауылында йәшәүсе ҡәҙер­лебеҙ Рәмилә Мәх­мүт ҡыҙы Абдра­фи­ҡованы алтын юби­лейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Хоҙай һине сәлә­мәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуа­ныс­тарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бала­ларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән апайың Роза, Зәриә, Ғәлиә, Зарема.
Читайте нас: