Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 21:20

Үҫмерҙәр ауыр хәлдә...

Бындай ауыр осраҡта ата-әсәгә лә һорауҙар күп. Ошо бәләнән һуң улар нимә уйлай икән?

11 майҙа кис Өфө ҡалаһының Калинин районында "ВАЗ-2114” автомобиле менән мопед бәрелешә. Мопедтың рулендә булған 13 йәшлек бала һәм уның 14 йәшлек пассажиры әле ауыр хәлдә Өфөләге дауаханала ята.
“Юл патруле” мәғлүмәттәре буйынса, еңел автомобиль менән идара иткән 43 йәшлек ир водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. Уға административ протокол төҙөлгән. Һуңыраҡ уның был юлы ла эскән булыуы асыҡланған, алкотектер приборы 0,986 мг/л. күрһәткән. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.
Шул уҡ ваҡытта үҫмерҙәргә мопед алып биргән ата-әсәгә лә һорауҙар күп. Улар ошондай хәлгә ҡарата ниндәй уйҙа икән? Мопедтың ҙур хәүеф сығанағы булыуы, әленән-әле үҫмерҙәрҙең юл-транспорт ваҡиғаһына тарып тороуы тураһында беләләр бит. Баланы яратыу, әлбиттә, яҡшы, тик ҡайһы мәлдә бигерәк шаштырып ебәрәбеҙ түгелме?
Был фажиғәгә тарыған балаларҙың һауғыуын теләйбеҙ.
Фото: Юл патруле сайты.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/mer-r-auir-h-ld-792014/
Читайте нас: