Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 14:19

Фатир отҡоң килһә, прививка яһат!

Баш ҡалала ҙур акция иғлан ителде.

Унда ҡатнашыу өсөн 14 майҙан 20 июнгә тиклем вакцинация пункттарының береһендә прививка яһатырға, үҙенсәлекле код менән флаер алырға һәм уны ufa-zdorov.ru сайтында теркәргә кәрәк.
23 июндә “Вся Уфа” каналында тура эфирҙа акцияла ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыласаҡ, шул иҫәптән, иң һуңғы моделле 10 смартфон һәм Өфөлә бер фатир. Акция тураһында ufa-zdorov.ru сайтында төплөрәк таныша алаһығыҙ. Сараны Өфө ҡалаһын үҫтереү фонды ойоштора. Бер юлы сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләү һәм бүләкле булыу мөмкинлегенән ситтә ҡалмағыҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Fatir-ot-o-kil--privivka-ya-at-791780/
Читайте нас: