Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2021, 15:12

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Ҡазанда һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

Өфөләр Татарстандың Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге янында ойошторолған ваҡытлыса мемориалға сәскәләр һәм уйынсыҡтар килтерә. Бөгөн, 12 майҙа, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Ҡазан мәктәбендәге атышта һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Кисә, 11 майҙа, республика Башлығы Радий Хәбиров Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановҡа, Ҡазан халҡына һәм мәрхүмдәрҙең туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
«Туғандаш Татарстан менән бергә ҡайғырабыҙ. Ҡот осҡос фажиғә... Һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!» — тиелә телеграммала.
Радий Хәбиров зыян күргәндәргә республика күрһәтә алырҙай һәр төрлө ярҙам тәҡдим итте, тип белдерҙеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
12 май Татарстанда матәм көнө тип иғлан ителде. Ҡазан менән бергә тотош Рәсәй ҡайғыра. Бөтә илдә: Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Өфөлә, Екатеринбургта, Түбәнге Новгородта, Симферополдә, Сочиҙа, Ырымбурҙа, Краснодарҙа һәм башҡа ҡалаларҙа мемориалдар ойошторолған.
11 майҙа иртән 19 йәшлек егет Ҡазандың Фәйзи урамында урынлашҡан 175-се гимназияһында атыш башлаған. Фажиғәлә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың күпселеге – балалар. Егерменән ашыу яралы дауаханаға оҙатылған. Енәйәтсе тотолған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте, Валерий Шахов
Читайте нас в