Аҙым һайын мине тәнҡитләр, бешергән ашымды яратмаҫ, биргән бүләгемде һанға һуҡмаҫ ине. Улы ла әсәһе әйткәнде һәр саҡ тыңланы. Ошолай дүрт йылдан ашыу бергә миктәп йәшәгәс, ғаиләбеҙ тарҡалды.
Хәҙер элекке иремдең әсәһе үҙенең өләсәй икәнлеге хаҡында миңә иҫбатлай, балам менән осрашырға теләй. Әммә уның менән күрешеү түгел, хатта ишеткем дә килмәй, улымды ла ҡаты бәғерле кеше менән һис аралаштырырға теләмәйем. Был осраҡта миңә нимә эшләргә? Улым менән элекке ҡәйнәмде осраштырмаһам, нимә булыр икән?”
Илүзә.
– Илүзә, тормошта төрлө хәлдәр һәм кешеләр осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәгебеҙҙә тәрән яра эҙе ҡалдырғандары ла юҡ түгел. Күңелебеҙ ҡабул итмәгән, ҡасандыр йәберләгән кешеләр ҙә бар. Әммә тормош дауам итә һәм, һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, өләсәй кешенең бала менән аралашыу хоҡуғы закон нигеҙендә яҡлана. Был хаҡта Рәсәй Ғаилә кодексының 67-се статьяһында әйтелгән. Унда баланың атаһының йәки әсәһенең яҡын туғандарына – өләсәһенә, олатаһына, ағай-апайҙарына – кескәй бала менән аралашыу хоҡуғы бирелеүе хаҡында белдерелә. Әгәр был талап үтәлмәһә, улар опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итә ала.
Был осраҡта ла бала менән аралашыуҙан тыйһағыҙ, судҡа ғариза яҙыу хоҡуғына эйәләр. Ә суд бала хоҡуҡтарына һәм уның фекеренә таянып ҡарар сығарасаҡ. Был ҡарар талаптарын да һанға һуҡмаһағыҙ, административ хоҡуҡ боҙоуҙар йәки башҡарыу производствоһы закондарына ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк. Һорауығыҙҙа ҡәйнәгеҙҙе балағыҙ менән аралаштырырға теләмәүегеҙ хаҡында ғына яҙғанһығыҙ. Әгәр һүҙ өләсәйҙең бәләкәй улығыҙға насар тәьҫир итеүе, йәберләүе хаҡында барһа, судта был хаҡта дәлилдәр килтереп, аралаштырмау тураһындағы ҡарарға өмөт итә алыр инегеҙ.
Әммә ниндәй генә хәлдәр булмаһын, улығыҙҙы өләсәһе менән осраштырыу насар булмаҫ. Һәр кемдең хаталаныуы, яңылышлыҡтар ҡылыуы ихтимал. Бәлки, элекке ҡәйнәгеҙ ҙә үҙенең ҡасанғылыр ҡылыҡтарын уйлап үкенәлер. Шуға оло йәштәге кешегә ҡәҙерле балаһының улы менән осрашыуҙы тыймаһағыҙ ине. Балағыҙҙың да үҫкәс атаһы һәм өләсәһе менән яҡын аралашыуҙы теләүе ихтимал, һәр нәмәлә алтын урталыҡ кәрәк, тигән кеүек, был осраҡта ла ныҡлы уйлап ҡарар ҡылһағыҙ ине.