Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Май 2021, 11:46

Йырсы оло юғалтыу кисерҙе

Йырсы апайын ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләгән, әммә яҙмыш үҙенсә хәл иткән.

Билдәле эстрада йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинова ошо көндәрҙә ауыр ҡайғы кисерҙе – ул бер туған апайын юғалтты. Ғаиләләрендәге иң оло ҡыҙ булған Лилиә яман сирҙән вафат булған. Йырсы апайын ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләгән, әммә яҙмыш үҙенсә хәл иткән.
“Аҡылым менән аңлайым мин, апай... Һинең юҡлыҡты йөрәк кенә ҡабул итә алмай... Мәңге йөрәгем түрендә булырһың! Бөгөн Инстаграмда ҡайғы уртаҡлашҡан комментрийҙарҙы күреп, хайран ҡалдым. Уҡып бөтөрлөк түгел... Бик ҙур рәхмәт барығыҙға ла, ҡәҙерлеләрем! Сәләмәтлек теләйем!” – тип яҙа йырсы Инстаграмдағы диуарында.
“Уйлауы ла ҡурҡыныс иң яҡын кешеләребеҙҙе һуңғы юлға оҙатыу. Һуңғы тапҡыр март айындағы концертында Ҡазан сәхнәһендә Лилиә апайына бағышланған йыр башҡарҙы, һаман да шул һүҙҙәр яңғырай ҡолаҡта. Беребеҙгә лә ундай әсе ҡайғы-хәсрәттәр килмәһен инде, дуҫтар! Һәр барыбыҙға ла ҡартлыҡ көндәренә етергә яҙһын. Сабырлыҡ һеҙгә, Илһөйә!” – тип йырсының ҡайғыһын меңәрләгән тамашасыһы уртаҡлаша.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: