Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Май 2021, 15:57

Ветерандарға - дан!

Еңеү көнө алдынан Прибельский ауылында йәшәүсе шанлы йылдарҙың шаһиты булған районыбыҙҙағы 8 һуғыш ветеранының береһе - Илья Алексеевты күреп, һөйләшә алыуым күпмелер ваҡыттан һуң үҙе тарихҡа инеп ҡаласаҡ.

Бөйөк Ватан һуғышы алыҫайған һайын, уның хаҡында хәтирәләр ҡәҙерлерәк була бара. Ә инде бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған һуғыш ветерандары алтын бәрәбәренә тиң.
Еңеү көнө алдынан Прибельский ауылында йәшәүсе шанлы йылдарҙың шаһиты булған Илья Алексеевты күреп, һөйләшә алыуым күпмелер ваҡыттан һуң үҙе тарихҡа инеп ҡаласаҡ.
96 йәшлек Илья Герасимович ейәнсәре Светлананың матур тәрбиәһендә тыныс ҡартлыҡ көндәрен кисерә. Мине уҙамандың һаман да һуғыш йылдарын, командирҙарының исемдәрен хәтеренә төшөрөп тәфсирләп һөйләүе хайран ҡалдырҙы һәм үҙенә ғашиҡ итте.
- Миңә һуғышҡа повестка 1943 йылдың 2 февралендә килде. Ул саҡта 18 йәшем дә тулмаған ине. Башта Тоцкиҙағы лагерға ебәрҙеләр. Унда ҡоралдар – автомат һәм винтовкалар менән таныштыҡ. Өс айҙан һуң Башҡортостандан буйҙары 1,5 метрҙан бәләкәйерәк булған 1500 егетте Тбилисиға уҡырға оҙаттылар. Алты класс белемем булғанлыҡтан, мин Морзе азбукаһын өйрәнеү курстарында ла уҡыным. Дүрт айҙан һуң 1943 йылдың авгусында II Белоруссия фронтының 8 Александрия корпусының 67-се радист-разведчиктар бригадаһында хеҙмәткә ебәрҙеләр, - тип һөйләй башланы яугир.
Буйға бәләкәй булғанлыҡтан Илья Алексеев ябай ауыл малайы булып кейенеп, немецтар урынлашҡан ауылды тикшереп, мәғлүмәт йыйып йөрөй. Нимәләр күргән-ишеткәнен рация аша командованиеға еткерә. Йәше лә, буйы ла бәләкәй булғас, яуҙаштары уны полк улы кеүек ҡабул итеп, “Илько” тип яратып йөрөтәләр.
Дошмандар менән осрашырға тура килә мәҡәләм геройына. Лейтенант Соломахин төндә ауылға разведкаға барырға бойороҡ бирә.
- Разведкаға беҙ биш кеше киттек. Маҡсатыбыҙ – иртәгәһе көнгә төндә немецтарҙың төркөмдәрен ҡайҙа урынлашҡанын асыҡлау. Егеттәр менән тикшереп, уларҙы эҙләп табабыҙ ҙа мин тиҙ генә рация аша командирға хәбәр итәм. Танктар ебәреүҙәрен һорайым. Бер заман артиллериянан атыу башланды. Мин танкка һикереп менеп, автоматтан дошмандарға ата башланым. Дошмандар сигенде, беҙҙе ҡабаттан эҙәрлекләмәне.
Шул разведканан һуң бер аҙ үткәс ял итеп ятһаҡ. Миңә лейтенант Соломахин килеп, һиңә награда яҙалар, тине. Мин ул хаҡта онотҡан да инем. Һуғыштан ҡайтҡандан һуң хәрбим комиссариатҡа саҡыртып, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырҙылар, - тип дауам итте уҙаман.
Илья Герасимович 1945 йылдың мартында Данциг ҡалаһы янында сираттағы разведкаға барғанда эргәһендә генә снаряд шартлап ҡаты яралана. Уны Польшаның Торон ҡалаһындағы госпиталгә һалалар. Бер ҡулы һәм муйынына күп һанлы снаряд ярсыҡтары инә. Күп йылдар үткәндән һуң район үҙәк дауаханаһында ҡулынан ете снаряд ярсығын алалар.
Һуғыш тамамланғандан һуң артабан яраларын дауалар өсөн Свердовск ҡалаһында тағы биш ай дауаланырға тура килә. Бер нимә генә үкенесле булды, Еңеүҙе Берлинда ҡаршы ала алманым, - ти ветеран.
Тыуған йортона ул 1945 йылдың 26 октябрендә генә әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң Омск өлкәһендә прораб булып эшләй. 1953 йылда шул яҡтарҙан Екатерина исемле ҡыҙға өйләнеп, Прибельский ҡасабаһына ҡайта. Уның менән 49 йыл татыу ғүмер кисерәләр, бер ул һәм өс ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше вафат булып ҡала. Бөгөнгө көндә Илья Алексеевтың 16 ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре бар. Ул яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.
Уҙамандың һуғышта яулаған орден-миҙалдарынан тыш, 32 йыл һөр-консерва комбинатында эшләгән дәүерҙәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Унда эшләгәндә егерме йыл фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәй, “Һөт етештереү сәнәғәте отличнигы” тигән Маҡтаулы исемгә лайыҡ була, ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Яу яланында ла, тыныс тормошта ла батырлыҡтарға ирешкән бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк беҙгә!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: