Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Май 2021, 15:21

Олатайым рухы мәңгелек

Ҡартатайым Вәлиев Хажиәхмәт Хаживәли улы 1905 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә.

Уның бала сағы ярлылар һәм байҙар заманы осорона тура килә. Атай-әсәһе балаларын ас-яланғас итмәҫ өсөн көнө-төнө байҙарға ялланып эшләй. Революция башланғанда олатайым 12 йәшлек үҫмер була. Тик шулай ҙа ул илгә тигеҙлек килеүен, байҙар һәм ярлылар ҡатламы бөтөүен яҡшы аңлай. Ул крәҫтиән хужалыҡтарын коллективлаштырыу осороноң да шаһиты була. Кесе йәштән эшкә сынығып үҫкән үҫмер ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләй. Тик шулай ҙа уның күңеле аттарға тартыла. Һыбай йөрөп ул баҫыуҙарҙы малдарҙан һаҡлай, аттар ҡараусы булып эшләй.
1936 йылда Иҫке Ҡыйышҡы ауылынан игеҙәктәрҙең һыңары Садиҡа исемле ҡыҙға өйләнә.Улар алты балаға ғүмер бирәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, район хәрби комиссариатынан олатайыма ла һуғышҡа повестка килә. Тоцкиҙа уҡыуҙар үткәндән һуң уны данлыҡлы Киев-Дунай Ҡыҙыл Байраҡ орденлы дивизияның 74-се уҡсылар полкына уҡсы итеп ебәрәләр.
Бик күп михнәттәр күрергә насип була уға. Окопта туңып боҙға әйләнеп ултырған саҡтары ла була. Бер мәл фрицтарҙың продукты складын һаҡларға ҡалдырғанда, бер иҫән ҡалған фашист ҡартатайыма атып, уны бик ҡаты яралай. Ярты үлек кәүҙәне иптәштәре табып госпиталгә алып баралар. Ошо батырлығы өсөн уны "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләйҙәр. Госпиталдән сыҡҡас, тағы фронтҡа китә һәм һуғыштың ахырына тиклем батырҙарса алыша. Ул “Берлинды еңгән өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” һәм башҡа бик күп юбилей миҙалдарына лайыҡ була.
Һуғыш бөткәс, бер ни тиклем Салауат исемендәге колхозда ҡарауылсы булып эшләй. Тик һуғышта алған яралары, окопта туңып ятҡан саҡтары эҙһеҙ үтмәй. Яҡыныбыҙ 62 йәшендә вафат була.
1942 йылдың көҙөндә, олатайым һуғышта саҡта тыуған әсәйебеҙ Флизә Хажиәхмәт ҡыҙы, атаһының Еңеү яулап ҡайтҡан көндәрен хәтерләмәһә лә, үҫә төшкәс, күрше-тирәләге береһе -аяҡһыҙ, береһе - ҡулһыҙ ағайҙарҙың эскәмйәгә сығып ултырып, сәғәттәр буйына һуғышта күргәндәрен һөйләшеп ултырғандарын иҫләй. Бала саҡтары һуғыштан һуңғы бик ауыр аслыҡ-яланғаслыҡ осорона тура килһә лә, әсәйемдәр атайҙарының һуғыштан иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуына бик ғорурланалар. Ә күптәрҙең бит атайҙары һуғыш яланында ятып ҡалған.
Еңеү көнө яҡынайған һайын илебеҙ өсөн, киләсәгебеҙ өсөн йәнен-тәнен аямай алышҡан олатайҙарыбыҙҙың батырлығы өсөн ғорурлыҡ тойғолары арта. Беҙ, ветерандарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға тейеш түгелбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: