

Ошоғаса һайланып йөрөгән ҡыҙ , Саматты күргәс саҡ иҫе китеп йығылманы . Баш- көллө ғашиҡ итте егет ҡыҙҙы .
Самат та ҡыҙҙы оҡшатты , һушын юғалтып йығылырлыҡ булмаһа ла , унан башҡаны йөрәге ҡабул итмәйәсәген аңлағайны инде.
Йәштәр өйләнешеп һәүетемсә генә донья көтөп алып киттеләр .Ир эшләне , ҡатыны өйҙә балаларын тәрбиәләп ултырҙы .
Әлфинур харап шәп ҡатын булып сыҡты . Самат бер ҙә үкенмәне уға өйләнгәненә , ә Әлфинур хисле йөрәк , күбеһенсә хистәр тулҡынында йөҙгән ҡатынының күңеле бигерәк йомшаҡ ине шул .
Үҙе ирен яратып , уны "өф" итеп тороусы Әлфинур ,иренән дә гел һөйөү көтөп йәшәне .
Тормоштары ҡәҙимгесә барҙы , инде балалар ҙа ҙурайып килә . Тормош мәңге шулай дауам итер һымаҡ ине Әлфинурға .Әммә ул яңылышты , тормош гел генә бер көйгә бармай икән ул .
Самат һуңғы арала бик йыш эсеп ҡайтҡылай башланы .Элек тә эскеләне ул ,тик иҫерек булһа ла ,ишекте шар асып ҡайтып инә лә
- Мөмкинме , индерәһеңме? - тип бер ҡатлы йылмайып торған иргә асыуланып та булмай ине .
Ә хәҙер нимәлер үҙгәргән .Тик нимә?
Әлфинур аңлай ҙа белә лә алманы .
Ҡайтмай ҡалған саҡтары ла йышайҙы , хатта өсәр көнләп юғалып торған ире , ҡатыны һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырҙы .
Төн уртаһында , иҫереп ҡайтып инеп , йоҡлап ятҡан Әлфинурҙы һөйрәп алып типкеләгән саҡтары йышайҙы. Ҡатын ишекте бикләмәй ине , тиҙ арала асып өлгөрмәһәң ишекте емереп инергә лә күп һорамаҫ.
Бына бөгөн дә күҙенә йоҡо эленеп ҡалған , иренең ҡайтып инеүен дә абайламаған . Күҙенә аҡ ҡара күренмәгән Самат ҡатынды сәсенән һөйрәп торғоҙҙо ла осора һуҡты .Әсәләренең сар итеп ҡалыуына , йоҡлап ятҡан балалары ҡурҡышып , ырғып торҙолар .
- Ҡайҙа йөрөп уйнаш итеп ҡайтып йоҡлап ятаһың?!
Һуңғы ваҡытта иренең үҙе ҡайҙалыр юғалып йөрөп ҡайтып ,өйҙән сыҡмаған ҡатынын әллә кемдәргә ҡушып боларыуы үҙәгенә үткәйне инде .Сабырлығы юйылған ҡатын , балаларын алып әсәһенә ҡайтып китте .
Әсәһе лә уға баллы тормош әҙерләп ҡуймағайны . Үҙ балаһы булһа ла , Әлфинур хәҙер теленгән икмәк шул . Бер теленгән икмәк кире йәбешмәгән кеүек , ҡатын бында ла һыйманы .
Ни күрһәм дә үҙ йортомда күрәйем тип , эт ояһына әйләнгән өйөнә кире ҡайтты ул .
Ире тәүбәгә килеп ,Себер тарафтарына эшкә сығып китте .Йәнәһе , ҡутара аҡса эшләп , ғаиләһен ҡарай инде .
Себерҙә күпме йөрөһә лә , аҡса ебәрмәне Самат . Аҡсаһыҙлыҡтан осто осҡа саҡ ялғаған ҡатын , үҙ юнен үҙе күрҙе . Телефондан шылтыратҡан ҡатынына һәр саҡ асыуланған ирен аңлай алманы ул . Көндөҙ итһә лә ,төндәме ул мин эштә булды яуап. Аптыраған Әлфинур :
- Бер туҡтамай эшләп тик йөрөмәйһеңдер бит, төшкө аш йәки кис эштән буш ваҡытта һөйләшә алмайһыңдыр шул , тип асыуланып та ҡараны . Самат трубканы ташланы йә һүндерә йә алмай йә бөтөнләй связгә сыҡмай ине.
Яңы йыл яҡынлашты . Иренән бер тауыш та булмағас , балалары менән генә ҡаршыланы байрамды .
Күпмелер ваҡыт үткәс ире ҡайтып төштө , әйтмәй генә . Ирен һағынып , зарығып көтһә лә һүҙҙәр берекмәне .
Ашағанда ла Әлфинур һүҙ башлап ҡараһа ла , ире тырт мырт теләр теләмәҫ яуаплағас , ҡабат һүҙ ялғанманы .
Йонсоған , үлмәле булып ябыҡҡан ирен ,арығандыр ,ярар ял итһен тип күңеленән аҡларға тырышты .
Асҡаҡланып ҡайтҡан ир , әҙер тамаҡты бүреләй йыпыра ла бот күтәреп тик ята ине .Ҡатынының
- Утын бөтөп бара - тиеүен дә яуапһыҙ ҡалдырҙы - аҡса алып ҡайтманыңмы ней - тиеүенә лә ажғырып ҡына ҡуйҙы . Ахырҙа ,Әлфинур ҙа шымды .
Әҙерәк ял итеп алған ире бер көн бөтөнләй сығып китеп юҡ булды.Ҡатын уны ҡайҙан эҙләргә лә белмәне , шылтыратһа бөтөнләй телефоны һүнгән булып сыҡты .Эй , ҡайтыр әле тип ҡул һелтәне аҙаҡ .
Ҡайтты ире , ҡайтмай ҡайҙа барһын . Асығып ,араҡы еҫе борлап ҡайтҡан иренең алдына өндәшмәй генә , аш һалып ултыртты , тәрилкәләге итте алдына этте . Бер буй ҡаҙыны бер үҙе тығынып бөткән иренә , йөрәге әсенеп ҡарап ултырҙы .Ашамай йөрөп , ҡапыл тығынған ире төнө буйы ауырыны ,ашҡаҙанынан сыҙамай уфылдап таң аттырҙы .
Иртәнсәк торғас :
- Мин ҡабат Себер сығам - тип ҡапыл ғына йыйынды ла сығып та китте .Аптырап ҡалған Әлфинурға :
- Шылтыратып ҡаңғыртма , үҙем шылтыратырмын , ун көндән аҡса һалырмын - тигән иренә ауыҙ асып ышанып тороп ҡалды бер ҡатлы Әлфинур .
Күпме генә тилмереп көтмәһен , Саматы шылтыратманы ла аҡса ла ебәрмәне .Инде утыны ла ике өс көн яғырлыҡ ҡына ҡалып бара . Сыҙамлығы юйылған ҡатын иренә шылтыратырға булды .
- Сәләм .Хәлдәрең нисек ? - тип һүҙ башлаған Әлфинурҙы ,
- Нимә кәрәк һиңә минән?! -тип иренең ҡысҡырыуы һиҫкәндерҙе .
- Аҡса ебәрәм тигәйнең дә , утын бөттө , тип илаулаған ҡатындың ,иренең яуабын ишеткәс өнө тығылды .
- Ҡаҡшатма мине ! Үҙеңдең проблемаңды үҙең решать ит, мин һине знать не знаю .
Әлфинур телефонды һүндерҙе лә , бергилке һеңгәҙәп ултырҙы .Саматын ен алыштырғанмы әллә?
Ҡатын төн йоҡоһон йоҡламаны , уйланып , әйләнеп тулғанып сыҡты ла ,таң атыу менән ,әхирәте Сәлимәгә китте .Әхирәте , ирен ерләгәндән һуң һуҡмалаштырырға ярата былай , шулай булһа ла ауыр саҡтарында Әлфинурҙы ташламай торған .Ике әхирәт тиҙ арала йыйынып , Әлфинурҙың балаларын әсәһенә алып барып ҡалдырҙылар ҙа, такси саҡыртып Өфөгә эш эҙләп сығып та киттеләр .
Заһиҙә менән интернет аша танышты Самат.
Әлфинур ғына бер нәмә лә һиҙмәне, арыуыҡтан бирле осрашалар ине. Нимәһе менән арбағандыр ,Самат әүрәп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Иҫ китерлек бер нимәһе лә юҡ та.Һәпрәрәк тә, эсергә лә бик ярата үҙе. Эсеп алһа ирҙәрҙең муйынына үҙе аҫылынырға әҙер тора.
Саматтың алдында икенсе ирҙәр менән ҡаңғырып ҡыялған ҡатынды, һыу эскеһеҙ итеп туҡмап ташлағаны ла булды .
Әлфинурының тырнағына ла тормағанын да аңлай, әммә йырылып китә алмай ғына.
Заһиҙәнең ауынан ысҡына алмаған ир үҙен, үрмәкес ауына эләккән себен кеүек тойҙо. Ә үрмәкес уны торған һайын үҙенең ауҙары менән нығыраҡ сырманы. Себен күпме сәбәләнһә лә ысҡыныр әмәл юҡ ине.
Иртәнсәк уянып күҙҙәрен асһа , йөрәген әсе һыҡраныу биләп ала.
Күңеленә яҡын бер нәмә лә юҡ бында. Сит донья, ят ҡатын, ашарға бешерергә эшкинмәһә лә , Самат тороуға бер яртыны өҫтәлгә тыпылдатып ултыртырға онотмай.
- Эй, әйҙә баш төҙәтергә.
Эсе өҙөлгән ир башын ситкә бора.Ошо минутта Әлфинуры нимә эшләгән була икән? Моғайын тәмле генә берәй нәмә бешерәлер инде тип уйлаған ирҙең, асығыуҙан эсе ҡоторланы.
Бәләкәсен, Динараһын һағынды.
Үҙ йортондағы бөхтәлеккә, тыныслыҡҡа өйрәнгән Самат , Заһиҙәлә күңел тыныслығы таба алмай ҡаңғырҙы. Йөрәге бер туҡтауһыҙ һыҙланы. Үҙенең ғаиләһен ташлап сығып китеүенә терһәген тешләрҙәй ине ул.
Ҡара таңдан ҡара кискәсә , балаларын еңә алмай , аҡырып - баҡырып йөрөүсе Заһиҙәгә йәне көйә ине Саматтың.Улары ла тыңлауһыҙ, ҡушҡан эште эшләмәйҙәр, әсәләренең ҡысҡырыуын ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр ине. Эсеп алып сарылдатып туҡмаһа ла, Заһиҙә иргә сат йәбеште. Үҙендә ҡалмаҫын, ҡасан булһа ла ташлап китерен дә һиҙә ине.
Эскелек менән генә тота аласағын аңлаған ҡатын, бер айыҡтырмай эсерҙе Саматты. Эсерҙе лә , үҙе уйлап тапҡан ғәйбәт менән ирҙең күңеленә ойотҡо һалды. Бисәң шуның менән сыуалған, бының менән йөрөгән тигән кеүегерәк ғәйбәтте ишеткән Самат ҡатынынан нығыраҡ һыуынды.
Әлфинурҙың уға хыянат итмәҫен йөрәге менән аңлаһа ла , Заһиҙәнең һүҙенә төштө ул.
Уның шулай өҙгөләнеп бәргеләнеп йәшәүе күпмегә һуҙылыр ине икән?
Заһиҙәнең тоҙағынан ысҡына алмаған Саматты, һаҙлыҡҡа батып барған еренән Әлфинуры тартып алды.
Әллә ҡабат Өфөгә сығып китергә лә барырғамы, ире уны алыштыра алғас, Әлфинур нишләп илап ултырырға тейеш әле тип ярһыған ҡатынды , апаһы тыйҙы.
- Ҡоторма. Үҙ иреңде кешегә биреп , ир эҙләп йөрөмәҫһең инде.
Гөлнур апаһы дыуамал уның. Апалы - һеңлеле икәү күрше ауылға юлланды.
Заһиҙә тигәндәренең өйөн кешенән һорашып таптылар. Юл буйы ҡыйыуланып килһә лә ,ишек төбөнә еткәс Әлфинурҙың теҙ быуындары ҡалтыраны, йөрәге нығыраҡ дөпөлдәне.
Төшкө сәй мәленә тап килделәр.Ҡара ҡаршы сәй , янында мәйе лә бар, эсеп ултырыусылар , көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы күреүгә, әллә телдәрен ҡуша йоттолармы , был икәүгә ҡарап өнһөҙ ҡалдылар.
Уларҙың ҡаушап ҡалыуы Әлфинурға көс бирҙе.
Тауышын күтәрмәй , тыныс булырға тырышып әммә уҫал ғына иренә һүҙ ҡушты.
- Бында нимә ҡарап йөрөйһөң? Әйҙә ҡайтайыҡ.
- Ҡайтмайым - булды яуап.
Әлфинур өҫтәлдәге һауыт - һабаны иҙәнгә һыпырып төшөрҙө лә Заһиҙәгә ябырылды.
- Ирҙәр ней ,алйот була инде.Бейә кешнәмәһә , айғыр тешләмәй. Нимә уйлап кеше ирен индереп ултыраһың?
- Ир кәрәк булғас индерҙем.
- Нишләп мин һиңә иремде биреп ҡуяйым?! Бына һиңә ир! - Әлфинур уҫал көлөмһөрәп , ҡуҡышын Заһиҙәнең танау төбөнә килтерҙе.
Ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан Заһиҙә ҡабат ауыҙ асып өндәшә алманы,нисек шаҡ ҡатып ултырһа , шулай ултырҙы.
Тыштан йыуаш ҡына күренгән Әлфинурҙы ул тиклем уҫал тип уйламағайны ул. Ысынлап ҡурҡты ул унан.Кеше әйткәйне лә, ҡатыны белеп ҡалһа , сәсеңде бөртөкләр әле тип. Һанға һуҡмағайны шул. Самат Себерҙә саҡта булған аҡсаһын Заһиҙәгә ебәреп торҙо, аҡсаһыҙлыҡтан тегенеһе Өфө сығып киткән тип һөйләнеләр. Самат Заһиҙәне әсәһенә лә алып барҙы. Тыуғандары менән таныштырып бөттө, Әлфинурҙы айырам , һине генә яратам тип һүҙ бирҙе. Ҡәйнәһе лә киленен яманлап тик ултырғас, Заһиҙә үҙен уларҙың араһына индем тип уйлағайны.
Ул ҡайҙан белһен инде, Саматтың әсәһенең улын аулаҡҡа саҡырып алып бешкәнен?
- Битһеҙ! Ҡартайғанда тыртайған. Илле йәшкә еткәндә ниндәй бисә алмаштырыу ул? Йөрөмә был юнһеҙ бисә менән ҡаңғырып, ҡайт киленгә!
Әсәһенә ҡаршы бер һүҙҙә өндәшә алманы Самат.
Гөлнур ҙа ипле генә кейәүен ҡайтырға өгөтләй ине.
- Кеше доньяһында , сит бисә ҡуйынында , үҙ балаларыңды ташлап, кеше балаларын үҫтерергә йыйындыңмы? Кем инде һин был йортта?! - ҡайынбикәһенең әсе һүҙҙәрен ишеткәс, ир йыйынып сыҡты.
Ишек ябылғас, Заһиҙәнең баулап илаған тауышы ишетелде.
Юл буйы һөйләшмәнеләр. Ҡайтып еткәс :
- Әйҙә, кеше көлдөрмәй генә йәшәгеҙ ,балаларҙы уйлағыҙ - тип Гөлнур ҡайтып китте.
Өйгә инеү менән Самат Әлфинурҙы йыға һуҡты.
- Кеше көлдөрөп барып алдың, мин һиңә быҙаумы эйәреп йөрөргә? Ҡайтыр инем әле.
- Быҙау булмағас, нишләп ул аҙғын бисәгә эйәреп йөрөйһең?
-Еңдем тип уйлайһыңмы?
Ярһыған ир булған нәмәне онтай емерә башланы.
- Яратмайым мин һине! Ишетәһеңме, яратмайым! Йәшәй алмайым мин һинең менән!
Ҡасан әле, ирендә ниндәй үҙгәреш булғанын белә алмаған Әлфинур , яңы аңланы ул үҙгәреште.Шул Заһиҙә сәбәпсе булған бит,тормоштарының селпәрәмә килеп ватылыуына.
Әлфинур рәнйене, бөтә йөрәге менән рәнйене, Заһиҙә тигәндәренә лә , үҙен сүпкә лә һанамаған иренә лә.
Һыйыр тулаһа аттан яман , Әлфинур ҙа тулап китте.
- Мин һине икенсегә бирмәйем Самат! Үлтереп төрмәгә ултырам, ҡул -аяҡтарыңды һындырып һалам, түшәктә ят ҡарайым , тик башҡаға бирмәйем!!!
Мейес алдын аҡларға тип ултыртҡан эзбиз биҙрәһен елгәрҙе ул иренә. Икәүләп көрмәкләшеп иҙәнгә тәгәрәп киттеләр. Самат сығып китәм, Әлфинур сығармайым тип талашты.
Эсә торғас ирҙең ҡарыуы бөткәнме, әллә яһилланған ҡатында шунса көс бар инеме , Әлфинурҙы Самат еңә алманы.Ул берҙе һуҡһа , ҡатын өстө гөмпөлдәтте.
Ахырҙа ир ҡаршылашманы.
Баҫылған иренә ҡарап , яҡшыға өмөтләнгән ҡатындың өмөтө аҡланманы.
Юҡ, яйланманы тормошо Әлфинурҙың. Саматтың артабан донья көтөү уйына ла инеп сыҡманы.
Самат ғаиләһенә ҡайтҡас та күңеленә тыныслыҡ таба алманы.Аҙған күңеле Заһиҙәгә тартылды.
Уныһы ла ҡуйырҙан ҡуйманы. Һине яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым тип көнө - төнө шылтыратты.
Ҡасып - боҫоп осрашыуҙар дауам итте.Юғалып тороуҙар ҙа йышайҙы.
Әлфинур ирен күпме баҫтырһа ла тота алманы. Самат уның күҙенә ҡарап алдай ине.Атай тип өҙөлгән Динараһын да абайламаны Самат.
Көнө- төнө эсте, иҫереүе етһә боларҙы.
Заһиҙәлә саҡта Әлфинур тип йән атһа, хәҙер Заһиҙә тип һаташты.
Берсә китәм тип ҡаңғырҙы, берсә йәшәп ҡарайыҡ әле тип баҫылды.
Төпкө бүлмәлә тегеү машинаһы менән тегеп ултырған Әлфинур, кухняла нимәлер шартылдағанға һикереп торҙо.Саматтың тимер сүмес менән шкафтарҙы онтағанын күргән ҡатын :
- Нимә эшләйһең ул - тип ҡысҡырҙы.
Күҙҙәре ҡот осҡос булып аларған ир, плитәлә ит ҡайнап ултырған кәстрүлде алып елгәрҙе.
Ярай әле, ялтанып өлгөрҙө, юғиһә , ҡайнар һурпаға бешер ине.
Ҡото осҡан Әлфинур , яланкүлдәк, ойоҡсан урамға атылды.
Тышта сатлама һыуыҡ ҡатынды ҡармап ҡосағына алды. Ҡайҙа барырға белмәгән Әлфинур күршеләренә йүгерҙе. Күршеһе өйҙә булмай сыҡты, ишектә ат башындай йоҙаҡ элеүле тора ине.
Башҡа сараһы булмаған ҡатынҡай , ҡапҡа төбөнә һырынып, ек аша үҙҙәре яғына күҙ һалды.
Самат ҡатынын баҫтырып сыҡты, таба алмағас , аҡыра - баҡыра йөрөнө ишек алдында. Нимәлер шауҙырлап ярылды.
Әлфинур өшөнө. Әсе ел бармаҡтарын , ҡолаҡ, сикәләрен өшөтөп кенә ҡалманы , мейеһенә тиклем үтеп ингәндәй тойолдо.
Сикәләре буйлап тәгәрәгән ҡайнар күҙ йәштәре, шул секундта уҡ боҙ тамсыларына әүерелә ине.
Бөтә тәне генә түгел, йөрәге туңды уның.
Үткәндәрҙе кире ҡайтарыу мөмкин түгелдер инде, башҡаса бер нәмә лә элеккесә булмаясаҡ икәнен аңлауҙан йәне әрнене.
Кәрәкме уға бындай тормош?
Саматы өй эсендәге булған әйберҙе онтап бөттө бит инде. Хәҙер ошолайтып һыуыҡта туңып тороға ҡалдымы ни Әлфинурға?
Ҡыш һыуығы елегенә тиклем үтеп туңған, теше - тешкә теймәй ҡалтыранған Әлфинур өйөнә ҡарай йүгерҙе.
Солан, өй иҙәне быяла ярсыҡтарына тулған. Ике ҡулы лыс ҡан Самат, иҫ белмәй хырылдап йоҡлай ине.
Әлфинур быяла ярсыҡтарын һепереп түкте, яңынан аш ултыртты. Иҙәндәрен йыуҙы . Ярай әле, был мәхшәрҙе балалары күрмәне. Белеүен белерҙәр инде ул. Инде ҙурайған балалары ла аптырай әсәләренә. Нимә тип шул иҫереккә йәбешеп яталыр.
Аталары аҙып - туҙып йөрөгән осорҙа , әллә нисә урындан һораттылар әсәләрен.Ҡыҙҙарҙың һис бер ҡаршылығы юҡ ине, әсәләренең яңы тормош башлауына.
Тик тыңламаны шул Әлфинур ҡыҙҙарын да, кешене лә.
Иренең айыҡҡанын күҙе тоноп көтөп алды ул.
- Әйҙә, һөйләшеп алайыҡ әле- тип һүҙ башлаған ҡатынына өндәшмәй генә буйһондо ир.
- Самат! Ниндәй генә ғәйептәр таҡһаң да , һинең алдыңда гонаһым юҡ.Һин китмәһен өсөн, ниндәй генә түбәнлектәргә төшмәнем.Бөтә кеше айырыл тип торғанда ла, кеше һүҙен тыңламаным.Һине яратам тигән булып йәшәнем.Ә балаларҙы уйламайһыңмы ни?
Шул тиклем яратаһыңмы, шул Заһиҙәңде?!
Әсенеп ,үртәлеп һөйләнгән Әлфинурҙы өндәшмәй тыңланы Самат.
- Урыҫтар әйтмешләй , насильно мил не будешь. Кит Заһиҙәңә! Кит!
Ҡасан эсеп ҡайта, тағы нимәне емерә тип ҡурҡып ултырмаҫмын ,исмаһам.
Әлфинур һөйләнә- һөйләнә , ҙур сумкаға иренең кейемдәрен тултырҙы.
- Нимә кәрәк , бөтәһен дә ал. Тик беҙҙе тыныслыҡта ҡалдыр.
Әсәһенең һүҙҙәрен ишетеп ултырған өлкән ҡыҙы ла һүҙгә ҡушылды.
- Әсәйемә генә түгел, балаларыңа ла хыянат иттең һин атай.Китһәң, беҙҙе үлгән тип иҫәплә.
Әлфинурҙың һүҙҙәре тәҫьир иттеме, әллә ҡыҙының һүҙҙәре айныттымы ?
Әллә үҙе аңланымы хатаһын?
Самат ғаиләһенән айырылырға теләмәне.
Йылдар барыһын да юялыр , күрәһең. Әлфинурҙың да , мәңге төҙәлмәҫтәй тойолған йөрәк яралары уңалды.
Ҡатыны өсөн өҙөлөп торған Самат кешеләр һоҡланырлыҡ ир һәм атай ине бөгөн.
Йөҙөндә һәр саҡ бәхетле йылмайыу балҡыған Әлфинурҙың,кем белһен , ниндәй һынауҙар аша үткәнен?
Миңзифа Ҡашҡарова.
https://vk.com/@tainuy-hyyanat