Кем бирә: бер көнлөк ризығы булған ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм өлкәндәр - бөтә мосолмандар ҙа бирергә тейеш.
Кемгә бирелә: мохтаждарға. Әгәр зәкәт түләй алырлыҡ мөлкәте булмаһа - хәллерәктәргә лә. Үҙең йәшәгән ерҙәгеләргә биреү яҡшыраҡ (күрше, ауылдаш һ.б.) Ҡай саҡ шулай була, берәйһе фитыр саҙаҡаһы бирә, ләкин уның үҙенә бер нисә кеше тапшырырға мөмкин.
Ҡасан бирелә: Рамаҙан айының аҙағында, ай бөтөргә 2-3 көн ҡалғас, ғәйет (байрам) намаҙына тиклем. Байрам намаҙынан һуң бирелә икән - фитыр түгел, ә ябай саҙаҡа булып һаналасаҡ. Әгәр кемдер Рамаҙандың башында йә уртаһында биреп өлгөргән икән, был ҡабул буласаҡ, ин шәә Аллаһ, ләкин икенсе йыл ай аҙағында бирегеҙ.
Күпме һәм нимә бирелә: Пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه و سلم) ваҡытында 1 сағ арпа (бойҙай) йәки финик менән бирер булғандар. Бер сағ ул - 4 тапҡыр ҡуш ус менән һалынған ризыҡ. Төрлө ризыҡ төрлөсә ауырлыҡта килеп сыға. Фитыр арпа йә финик менән генә сикләнмәй, ошо урында таралған ризыҡ төрҙәренән бирелә. Мәҫәлән: он, дөгө (рис), ҡарабойҙай, макарон, эремсек, творог, картуф, борсаҡ, финик, йөҙөм һ.б. Ләкин тиҙ боҙолоусан булмаһын. Бик теләгәндә ит менән дә мөмкин.
Аҡса менән яраймы: нигеҙҙә ризыҡ бирер кәрәк. Ләкин беҙҙең ерҙәрҙә таралған мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы Әбү Хәнифә аҡса менән дә рөхсәт иткән. Тик барыбер ошо аҡсаға ризыҡ алынырға тейеш (мәҫәлән, мәсет төҙөү кеүек башҡа эштәргә Фитыр саҙаҡаһы ҡулланылмай). Әле Дини назарат ҡарамағындағы "Ватан" фондына тапшырырға мөмкин, улар аҙыҡ-түлек һатып алып, мохтаждарға таратасаҡ. Аҡса менән биреүсе ошо аҡсаға күпме ризыҡ алынасағын күҙаллап, шундай ниәт менән бирә. Ҡабатлайбыҙ, иң яҡшыһы - аҙыҡ-түлек менән биреү.
Нисек бирергә: биргән саҡта "күстәнәс", "бүләк" тип әйтергә лә мөмкин, сөнки ҡай берәүҙәр "саҙаҡа" һүҙенән уңайһыҙлана. Йәшереп тә бирергә мөмкин, мәҫәлән, бесәй-эт теймәҫлек берәй урынға элеп китергә. "Уҡып алырға тейешме, нимә уҡырға?" тип һорайҙар. Әгәр алған кеше һинең өсөн доға ҡылһа - яҡшы, әлбиттә. Ҡылмаһа ла, фитырҙы бирһәң - һин үҙ бурысыңды үтәнең.
Башҡа берәй кеше өсөн дә бирергә мөмкин, ләкин ул кешегә мотлаҡ алдан белгертер кәрәк. Сөнки ул кеше: "минең өсөн бирәләр" тип ниәт итергә тейеш.
Әйткәндәй, дөрөҫөрәге фитыр саҙаҡаһы түгел, ә зәкәте (زكاة الفطر) була. Сөнки саҙаҡа ирекле рәүештә бирелә, ә зәкәт билдәле мөлкәттән, нисаб менән, үҙ ваҡытында бирелә.
Ҡайһы бер 1 сағ ризыҡ төрҙәренең яҡынса ауырлығы:
Бойҙай - 2040г.,
Дөгө - 2300г.,
Финик - 1800г.,
Йөҙөм - 1640г.,
Он - 1400г.,
Борсаҡ - 2000г.,
Фасоль - 2060г.,
Мәннә (манная крупа) - 2000 грамм.