Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Май 2021, 22:05

Серем бар...

Серем бар. Уның менән миңә ғүмерем аҙағына тиклем йәшәргә тура килерме икән? Әллә барыһын да һөйләп бирергә лә тыныс күңел менән яңғыҙыма бала үҫтерергәме?

Хәлемде ентекләберәк яҙайым. Елбәҙәк, еңел уйлы тип уйлап ҡуймағыҙ. Бәләкәйҙән етди булдым, әсәйем, яңғыҙы үҫтерһә лә, ҡаты тотто. Мәктәпте бөткәнсе клубҡа ла сығарманы хатта. Егеттәр менән институтта уҡығанда ғына дуҫлаша башланым. Үҙемдең ир-атҡа оҡшағанымды ла шул саҡта ғына белдем. Тик уҡыған саҡта егеттәр тураһында уйланманым. Ә бына эшләй башлағас, ғаилә хаҡында фекер йөрөтә башланым. Бер юлы ике егет артымдан йөрөй ине. Улар бер-береһе тураһында белмәне.
Икеһе ике төрлө. Илдар - ҡыҙыу холоҡло, үткер, яндырай егет. Нимә эшләһә лә ҡулынан килә. Тик ҡыҙыулығы сәбәпле ҡайһы саҡта уйламаған аҙымдар яһай, кешене рәнйетә. Сәлим иһә - уның киреһе. Үтә тыныс, шым. Шул уҡ ваҡытта етди, төплө, ышаныслы.
Икеһе араһында бик оҙаҡ һайландым. Шулай ҙа ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә Сәлим яҡшыраҡ булыр тигән фекергә килдем. Тик бына Илдар менән араны өҙөр алдынан хата яһаным. Уртаҡ дуҫтарға ҡунаҡҡа барғайныҡ, шунда бөтөнләй эсмәгән миңә көсләп шарап эсерҙеләр. Ҡыҫҡаһы, уның менән яҡын булдыҡ.
Ә инде араны өҙөп, Сәлим менән ныҡлап йөрөй башлағас, ауырға ҡалғанымды белдем. Был турала Илдарға әйткәйнем, ҡырҡа рәүештә минән дә, буласаҡ сабыйҙан да баш тартты. “Аборт яһат, атай булырға йәшмен. Үҙең ташланың мине, хәҙер кәрәгең юҡ”, - тине.
Сәлимгә дөрөҫөн әйтергә ҡыйыулығым етмәне. Ул арала һөйгәнем кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Уны-быны уйлап тормай ризалаштым. Ауырлы икәнлегемде белгәс, бик шатланды. Баланың уныҡы түгеллеген әйтергә ҡыйыулығым етмәне.
Үҙем ғүмер буйы атайһыҙ үҫтем. Етемлектең, мәңге аҡса етмәүҙең, атайлылар алдында үҙеңде кәм тойоуҙың нимә икәнлеген яҡшы беләм. Баламды ла шундай яҙмышҡа дусар иткем килмәй. Тик Сәлим алдында ла уңайһыҙ. Ҡайһы саҡта дөрөҫөн әйткем килә, тик тыйылып ҡалам.
Ике айҙан сабый тыуырға тейеш. Туйыбыҙ булды. Татыу ғына йәшәп ятабыҙ, бәпестең донъяға килеренә әҙерләнәбеҙ, әйбер алабыҙ. Барыһы ла яҡшы кеүек. Күңелем генә тыныс түгел... Дөрөҫ эшләйемме мин, хаталанаммы... Апайҙар кәңәш бирегеҙ миңә. Әйтәйемме, ғүмергә сер һаҡлайыммы?
(Нефтекама ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: