Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Май 2021, 14:56

Еңеү көнө

Еңеү көнө бөгөн.күңелдә яҙ.Ветерандар һеҙҙең өсөн,бар иғтибар һәм наҙ.Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һеҙҙең ҡулда.батырҙарҙың ҡаны тамған унда.Шатлыҡ нуры балҡый йөҙөгөҙҙә,беҙҙең өсөн һеҙ батырҙар,киләсәктә һәм бөгөн дә.

Дүрт йыл барҙы алыш еңеү өсөн,
ҡалҡан һымаҡ халҡым баҫты,
ерен,һыуын яҡлап түгеп көсөн.
Өс мөйөшлө хаттар йылыттылар ҡыҙ йөрәген
Һылыу көттө., .
һағынып та ҡайтыр тиеп һалдат үҙ төйәген.
Күҙ йәштәрен һөрттө әсә йәшереп кенә,
бер телемде бишкә бүлде,үҙе түҙҙе.
Тик балаһын яҡлай,һаҡлай белде.
Еңеү көнө бөгөн.
күңелдә яҙ.
Ветерандар һаман сафта,улар һаҡта,
Яуғир-һалдат өнһөҙ генә әйтә кеүек:
"Балаҡайым,илеңде һәм ереңде һаҡла берүк,
һаҡла берүк'

08.05.2021й. Гөлнара Иҫәнғолова.
Читайте нас: