Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Май 2021, 08:58

Үлемесле сир билдәһе булыуы бар...

Танауығыҙ гел тонған килеш тора һәм тын алыуы ауырмы? Асыҡланыуынса, ваҡытында дауаланмаған был күренеш...

Танауығыҙ гел тонған килеш тора һәм тын алыуы ауырмы? Мөмкин булған дарыуҙарҙы ҡулланып ҡаранығыҙ, әммә файҙаһы теймәй һәм һеҙ ҡул һелтәнегеҙме? Улай эшләргә ярамай!
Танау тоноу ҡурҡыныс сирҙәрҙең билдәһе булыуы ихтимал. Шуға был проблемаға етди иғтибар талап ителә.
Табип-отоларинголог, Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты профессоры Юрий Ульянов әйтеүенсә, ваҡытында дауаланмаған танау тоноуы бик ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Белгес әйтеүенсә, танау кеше һулаған һауаны йылытырға һәм еүешләргә тейеш, бының өсөн ағза эсендә махсус ҡыуышлыҡтар бар.
Әммә ошо ҡыуышлыҡтар елһенеп тонған саҡта, танау функцияһын үтәмәй, тора бара был елһенеү процесы ҡатмарлы сиргә – синуситҡа килтерә.
Белгес әйтеүенсә, синусит булғанда, ҡыуышлыҡтар шешенеп ябыла, ә елһенеү процесы артабан башҡа ағзаға – күҙҙәргә күсеүе ихтимал. Был туҡымаларҙы ҡуҙғыта, түҙеп торғоһоҙ баш ауырытыуына килтерә.
Ульянов фекеренсә, ваҡытында дауаламаған сир мейегә тиклем барып етеүе бар, ул саҡта кеше ғүмерен ашығыс рәүештә ҡотҡарырға тура киләсәк. Ғөмүмән, тип белдерә профессор, танау ҡыуышлыҡтары кеше башының ҙур өлөшөн алып тора, шуға ла баш ауырытыуҙары яфалағанда танау торошон тикшереү мотлаҡ.
Танау тоноу, елһенеү процесы аллергия арҡалы ла барлыҡҡа килеүе ихтимал, бигерәк тә яҙғы осорҙа. Әгәр ҙә был проблема менән осрашҡанығыҙ булһа, аллергия миҙгелендә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, урамда күҙлек, битлек кейеп йөрөгөҙ, танау эсен даими рәүештә тоҙло ҡатнашмалар менән йыуҙырып тороғоҙ. Урамдан ингәс душ инеү, әйберҙәрҙе алмаштырыу ҙа аллергия өйәнәген кәметәсәк.
Фото: epochtimes.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: