Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Май 2021, 21:24

Кейәүгә сығам тиһәм...

"Тәүге осорҙа быны бик һиҙмәгән һымаҡ инем, әле иһә асыҡтан-асыҡ уның ниндәй кеше икәнлеген күрәм. Бер шулай, ялдан килгәнсе, электр уты һүнеп тороп..."

Тиҙҙән кейәүгә сығырға йөрөйөм. Был ир-егет менән өс йылға яҡын дуҫлашабыҙ, ялдарҙы бергә үткәрәбеҙ, бер-беребеҙгә эҫенгәнбеҙ.
Ул мине хәстәрләп тора: байрам һайын сәскәнән, татлы күстәнәстәрҙән өҙмәй. Матур, ҡиммәтле бүләктәр ҙә яһай. Әммә... Күңелде ҡырған бер нәмә бар.
Ул – бик ауыр холоҡло, мыжыҡ. Тәүге осорҙа быны бик һиҙмәгән һымаҡ инем, әле иһә асыҡтан-асыҡ уның ниндәй ауыр кеше икәнлеген күрәм.
Бәлки, быға уның һөнәре лә тәьҫир итәлер: ул хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. Унда нимәләр генә булмай - аңлап тораһығыҙ бит инде.
Ә былай даими спортзалда шөғөлләнә, буйы оҙон, мыҡты кәүҙәле. Ситтән ҡарап торһаң – һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялы, һалмаҡ, үҙ-үҙенә ышанған тыныс кеше кеүек күренә.
Әммә ҡайһы саҡта ул шундай ныҡ ярһып китә! Был көтмәгәндә, кинәт була һәм уны туҡтататыуы ныҡ ҡыйын. Мәҫәлән, рулдә китеп барғанда, юлын машина ҡыйһа, был водителде ҡыуып етеп, тәҙрә аша тетмәһен-теткәнсе һүгеп китеүе ихтимал. Ҡаршы әйтһәләр, елгәрергә лә күп һорамаҫ!
Әйткәндәй, ул ярты йыл элек самаһы тәмәке тартыуын ташланы, ә эсеүгә бөтөнләй битараф, сәләмәт тормош алып бара. Элегерәк ҡунаҡта, төрлө сараларҙа эскеләнем, тик ҡыҙыҡ түгел миңә, ти үҙе был хаҡта. Ҡайһы саҡта уйлап ҡуям: бәлки уға бер аҙ кәйеф-сафа ҡороп, иркенләп ял итеү етмәйҙер?
Ҡайһы саҡта ул берәй темаға төшөп китә лә, ошо хаҡта төбөнә төшкәнсе һөйләй, аңлата, бәхәсләшә башлай. Башты ҡатырып бөтөрә. Мин ризалашмаһам, был уны сығырынан-сығара, ул үҙенекен иҫбатларға тырыша. Ә уйлап ҡараһаң, сәбәп бөтөнләй буш!
Бер шулай, ялдан килгәнсе, электр уты һүнеп тороп, һыуытҡыста ит иреп ятҡан. Эргәмдә торғас, һорай ҡуйҙым: ташларғамы-юҡмы? Ул ябай яуап урынына мең һүҙгә етте, нотоҡ уҡыны, ҡыҫҡаһы, мейемде ҡайнатып сығарҙы.
Унан һуң йәшелсә-емештәрҙе кран аҫтынан аҡҡан һалҡын һыу менән йыуғанды күреп, “аҡыл өйрәтте”, былай эшләргә кәрәкмәгәнлеген, сәләмәтлеккә зыян килтергәнен иҫбатларға маташты. Һуң, меңәрләгән кеше шулай эшләй, гел йылы һыу йә һабын ҡул аҫтында булмай ҙа?
Миңә ялдарҙа ҡайһы саҡта һеңлем бәләкәс улы менән ҡунаҡҡа инеп сыға. Әгәр был саҡта һөйгәнем миндә булһа, нимәләр генә ишетеп бөтмәйем: ниңә бала бысраҡ әйбер (урамдан ингән!) менән диванға менә, ниңә уйынсыҡтарҙы туҙҙыра, ниңә өҫтәлде бысратып ашай, ҡайҙа тәртип һәм башҡалар. Мыжыуҙан башы сыҡмай. Миңә һеңлем алдында бик уңайһыҙ, ул мине йәлләп, өндәшмәй.
Тағы бер йәнгә тейгән нәмә бар, ул да булһа һуңғы ваҡытта минең буй-һыныма ҡарата дәғүәләре күбәйҙе. Эш араһында бассейнға, спортзалға йөрөйөм, әлбиттә. Әммә әллә ни үҙгәреш юҡ, буйым 160 сантиметр булһа, ауырлығым 69 килограмм килеш ҡала. Эйе, артығы бар, әммә үҙемде ҡотһоҙ һимеҙ кеше тимәҫ инем. Бигерәк тә был мыҡты ир янында мин хатта ыҡсым ғына ҡатын тойолам.
Әммә ул миңә туҡтауһыҙ мыжый: ябығырға кәрәк, ябығырға кәрәк! Бер ҡыҙған мәлендә хатта: “ябыҡмаһаң, китәм!”, - тип ысҡындырҙы.
Элек уға кейәүгә сығыу минуттарын оло бәхет кеүек күҙалай инем, хәҙер иһә йышыраҡ “яңылышам, ахыры” ти уйлайым, бергә йәшәй башлаһаҡ, тормошом тотош тамуҡҡа әүерелме икән, тип шикләнәм.
Мөхәббәт, тиһегеҙме? Ҡайнар хис-тойғоларын күргәнем юҡ, беҙҙең мөнәсәбәттәр “шулай тейеш” режимында һәүетемсә бара, романтик минуттар бик аҙ була.
Ни эшләргә икән? Яҡындарым: “Ҡартайып бараһың, кейәүгә сыҡ тиҙерәк! Ейәндәр кәрәк!”, - тип йән үртәй. Ә мин иһә ғүмерлек тоҙаҡҡа эләгеүҙән, яңылышыуҙан ныҡ ҡурҡам. Ни эшләргә, кәңәш бирегеҙсе!”
(Айгөл исемле ҡыҙ һөйләгәндәрҙән)
Фото: st03.kakprosto.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Key-g-si-am-ti-m-787323/
Читайте нас: