Бөгөн Кәсәүән ауылында тантаналы рәүештә тарихи ваҡиға булды - яугир-яҡташтар иҫтәлегенә обелиск асылды. Тантана бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сарала Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов һәм ошо ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙын балалары, яҡындары һәм туғандары ҡатнашты.
Байрамға йыйылыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов ҡотланы.
- Йылдар үткән һайын илебеҙ азатлығын һәм Ер йөҙөндә тыныслыҡты һаҡлап ҡалған халыҡтың батырлығы сағыулана бара. Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәнгелек дан,- тине үҙенен сығышында Айрат Әсҡәт улы.
Шулай уҡ йыйылыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен ауылдың яҡташтары Айрат Ҡасимов һәм Айрат Йәрмөхәмәтов еткерҙе. Сараның рәсми өлөшөнән һуң район Мәҙәниәт һарайы артистары һәм үҙешмәкәрҙәр әҙерләгән концерт программаһы ла күңелгә ятышлы булды. Моңло йырҙар, күңелле бейеүҙәр сараға тағы ла йәм өҫтәне. Сығыштарҙан һуң ауыл халҡы бергәләп һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.