Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Май 2021, 13:10

"Ғәфү итә алырмынмы, әсәй?.."

Тиҫтер ҡыҙҙары ҡупшы ҡурсаҡ кеүек кейенеп-яһанып йөрөгәндә, бысрағына ҡатып, башы бетләп урам ҡыҙырғанын иҫләп, әле лә күҙҙәренә йәштәр төйөлә ҡатындың.

Бала сағын бер ҙә генә иҫләргә яратмай Гөлфиә. Сөнки дүрт йәше тулыр-тулмаҫтан уны өләсәһенә ҡалдырып, әсәһе өс балалы тол иргә кейәүгә китеп барҙы.
Өләсәһе йәшел йылан менән дуҫ ине, шунлыҡтан өҫтәлдә йүнле ризыҡ, кейергә кейеме лә булманы Гөлфиәнең. Тиҫтер ҡыҙҙары ҡупшы ҡурсаҡ кеүек кейенеп-яһанып йөрөгәндә, бысрағына ҡатып, башы бетләп урам ҡыҙырғанын иҫләп, әле лә күҙҙәренә йәштәр төйөлә ҡатындың.
Уның ҡарауы, әсәһе барған иренең балаларына яҡшы “әсәй” булып йәшәне лә китте, тағы ике малайға ғүмер бирҙеләр. Балаларҙы муллыҡта үҫтереп, юғары уҡыу йорттарында уҡыттылар. Гөлфиәгә генә был ғаиләлә урын табылманы. Мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыу теләге көслө булһа ла, мөмкинселек юҡ ине шул. Эсеүенән арына алмай, өләсәһе лә баҡыйлыҡҡа күскәйне ул ваҡытта. Гөлфиәгә үҙ йүнен үҙенә күрергә тура килде, күрше ауылдағы колхозға фермала һауынсы булып урынлашыуҙан башҡа сара ҡалманы. Күп тә үтмәй, ошо ауылдың егетенә кейәүгә сыҡты. Ире бик дыуамал, ҡыҙыу кеше, ҡул күтәргән саҡтары ла булды, әммә шуныһы: эшкә шәп, аҡса таба белде. Яҙмышым ошолор тип барыһына ла күнде ҡатын. Арыу ғына йәшәйҙәр, ҙур итеп йорт һалдылар, өс балаға ғүмер бирҙеләр. Балалары ла башлы күҙле инде хәҙер, ейән-ейәнсәрҙәре килеп шатландырып тора.
Шулай һәүетемсә йәшәп ятҡанда, "әсәйең дауаханала, хәле ауыр, оҙаҡламай сығаралар, барып алығыҙ, ҡарарға кеше юҡ" тигән хәбәр килде. Өҫтөнә ҡайнар һыу килтереп ҡойҙолармы ни, Гөлфиә был хәбәрҙән шаңҡып ҡалды. Быуындары тотмай, урындыҡҡа барып ултырҙы. Мейеһен бер уй сүкене: кисерә алырмы әсәһен?.. Уйҙарына батып, үткәндәрҙе күҙ алдынан үткәреп күпме ултырғандыр иҫләмәй ҙә Гөлфиә… Шунан үҙен тиҙ генә ҡулға алып, йәһәт тороп, дауаханаға тип сумка йүнләй башланы. Берҙән-бер ҡыҙын яҙмыш ҡосағына ташлап, үҙ тормошон яйға һалған әсәһен күптән ғәфү иткәнлеген аңлай ине ҡатын.
Фото :velvet.by
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/f-it-alirminmi--s-y-787605/
Читайте нас: