- Абдулхай Лотфулла улы, ветерандар Советына нисә йыл етәкселек итәһегеҙ?
- 2012 йылдан алып был йәмәғәтселек ойошмаһында рәйес булып торам. Мин эшләй башлаған осорҙа уҙамандар араһында 60-лап Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бар ине. Ғүмер ағышын туҡтатып булмай, быйыл Бөйөк Еңеүҙе 8 генә яугир ҡаршылай... Шулай уҡ тыл ветерандары һәм барлыҡ хаҡлы ялдағылар ҙа байтаҡ.
- Һеҙ етәкләгән ойошманың маҡсатын билдәләп үтһәгеҙ ине.
- Райондың йәмәғәтселек тормошонан ситтә ҡалмайынса, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү өсөн актив йүнәлештә эшләйбеҙ. Һәр бер ветераныбыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, хәлдәрен белергә тырышабыҙ.
- Был ваҡыт эсендә башҡарылған мөһим эштәргә туҡталып китәйек әле..
- Өлкән кешеләрҙең хәлдәрен белешеү, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының юбилейҙарын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау, шулай уҡ уларҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашыу – көндәлек эштәр. Бынан тыш, Бөйөк Еңеүҙең 70 һәм 75 йыллыҡтарын уҙғарыуға әҙерлек эштәре алып барылды. Колхоздар ваҡытында төҙөлгән иҫтәлекле урындар - һәйкәлдәр, обелискылар, стелалар иҫкерҙе. Шуға күрә уларҙы яңыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, Үрге Төкөн, Түбәнге Төкөн, Малай, Кәсеүән, Илтуған, Березовка, Иҫке Бәпес, Николаевка, Ибраһим, Иҫке Шәрәй, Һарт-Науруз һәм Һарт-Шишмә ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар, ҡатнашыусылар һәм тыуған ерҙәренә ҡайтып баҡыйлыҡҡа күскәндәр иҫтәлегенә тәү башлап ҡуйылһа, Һәүәләйҙә элеккеһе һүтелеп, яңыртылды, Олокүлдә лә яңыһы урынлаштырылды. Прибельскийҙа иҫтәлекле урынға реконструкция уҙғарылды. Ҡырмыҫҡалы ауылы буйынса Еңеү паркында һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемлеге яңыртылды. Элек яуҙа баштарын һалғандарҙың ғына исем-шәрифтәре булһа, хәҙер ҡайтҡас баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең дә исемдәре ҡуйылды.
Шулай уҡ һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа хужалыҡты тергеҙеүҙә ҡатнашҡан тыл хеҙмәтсәндәрен дә оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ошо маҡсатта уҙған йыл район хакимиәтендә күргәҙмә залы ойошторолдо. Колхоз рәйестәре, фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе эшсәндәр тураһында иҫтәлектәр тупланған китап-альбом сығарылды. Районда барлығы 44 кеше Ленин орденын, 3 кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы (Раил Камалов, Фәрит Садиҡов һәм Банат Батырова) исемдәрен алды. Уларҙан тәүге икәүһе ике тапҡыр Ленин орденына ла лайыҡ була. Миңә был кешеләрҙе күреү, улар менән бер осорҙа эшләү, аралашыу бәхете тейҙе. Заманында беҙҙең район хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн дүрт Ҡыҙыл Байраҡҡа лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың береһен генә табып булды...
16 ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан колхоздарҙағы Хөкүмәт наградалары алған алдынғы колхозсылар тураһында фотолар менән мәғлүмәттәр йыйҙым. Улар бер китап йәки һәр бер ауыл Советы хакимиәте тарафынан үҙҙәренә ҡағылышлыһын алып, иҫтәлек өсөн буклет итеп сығарылһа, яҡшы булыр ине...
- Ниндәй ауыл Советтарындағы башланғыс ветерандар ойошмаһының эштәре маҡтауға лайыҡ?
- 16 ауыл биләмәһенең һәр береһендә башланғыс ветерандар ойошмалары бар. Иҫке Бәпестән Нурия Иштуғанова, Ҡабаҡтан Рауил Ғәниев, Прибельскийҙан Рәшит Гәрәев, Шайморатовтан Әфҡәт Ниғмәтуллин һәм башҡалар байтаҡ йылдар үҙ бурыстарын уңышлы башҡара. Ғөмүмән, ветерандар советы етәкселәре - халыҡты, уның көнкүрешен, проблемаларын белгән, өҫтәге етәкселәр менән бәйләнештә торған, идеяларын тормошҡа ашыра алған, ойоштороу эшенә һәләтле булған әүҙем кешеләр. Улар кәрәк икән, ауыл Советы, кәрәк икән район хакимиәттәренә борсоған мәсьәләләр буйынса бара.
- Ветерандарға матди ярҙам йөҙөнән нимәләр эшләйһегеҙ?
- Уларға аҡсалата ярҙам итә алмаһаҡ та, мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡалмай. Беҙ килеп тыуған мәсьәләләрҙе төрлө юлдар менән хәл итергә тырышып, башҡа инстанцияларға ебәрәбеҙ.
- Алдағы көндәргә ниндәй пландарығыҙ бар?
- Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын матур итеп үткәреп ебәрергә, тип торабыҙ. Был көндө район үҙәгенең Еңеү паркында яуҙарҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә реконструкцияланған һәйкәлде асыуҙа ҡатнашасаҡбыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева әңгәмәләште.