Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Май 2021, 13:58

Гөлназ Мортаза ҡыҙын – 70, Фәһит Има­метдин улы Ғәй­нет­диновтарға

Ҡырмыҫҡалы ауы­лында йәшәүсе ҡәҙер­ле Гөлназ Мортаза ҡыҙын – 70, Фәһит Има­метдин улы Ғәй­нет­диновтарҙы 80 йәш­лек матур юби­лей­ҙары менән ҡайнар ҡот­лайбыҙ.


Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итегеҙ. Киләсәк тормошта ла һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен һеҙгә!
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай изге бүләкте,
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һеҙ
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оло бәхет,
Тән сихәтен, күңел йылыһын.
Оҙон ғүмер, яҡты тормош юлығыҙ
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулһын.
Иң изге теләктәр менән һеңлегеҙ Рәйлә, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр.
***
Ҡәҙерле Гөлназ Мортаза ҡыҙын – 70, Фәһит Има­мет­дин улы Ғәй­нет­ди­новты 80 йәш­лек ма­тур юби­лей­ҙары һәм бер­гә тор­мош ҡо­роу­­ҙа­рына 50 йыл тулыу ме­нән ихлас күңелдән ҡот­лай­быҙ.
Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған яҡын­дарыбыҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө һәм терәк.
Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле булып, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һеҙҙе тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерегеҙ оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшәгеҙ матур йыр һымаҡ!
Күңелегеҙҙән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы алығыҙ һеҙ
Ғүмерегеҙҙең һәр бер иртәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡустығыҙ Ринат, киленегеҙ Мәүлиха һәм беҙҙең балалар, ейән-ейәнсәрҙәр.
Читайте нас: