1 майҙа Әбйәлил районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәйне. Унда бер ауылдан өс йәш егеттең ғүмерҙәре өҙөлдө. Иң бәләкәйенә 21 йәш тә тулмаған була.
Егеттәр хаҡында ауылдаштары бик йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала. "Улар бәләкәйҙән дуҫ булды, һәр саҡ бергә йөрөнә һәм буш ваҡыттарын өсәүләшеп үткәрер ине. Етмәһә, бер-береһенә ике туғандар ҙа, ағалы-ҡустылылар", - тиҙәр.
- Ауылыбыҙ менән улар өсөн ҡайғырабыҙ. Йәш ғүмерҙәрҙең иртә өҙөлөүе бигерәк йәл. Был - ауыл өсөн бик ҙур юғалтыу. Ата-әсәләренә түҙемлек һәм сабырлыҡ бирһен, - ти ауылдаштары.
Социаль селтәрҙә был авария хаҡында төрлө комментарийҙар яҙыла, кемдер егеттәрҙең машина менән бик иртә идара итеүе, ата-әсәнең улдарына "тимер ат" алып биреүен дә тәнҡитләгән юлдар осрай. Әммә ауылдаштары рулдәге егеттең үҙ көсө менән автомобиль алыуын, барыһының да эшкә әрһеҙ, уңған булыуҙарын белдерә.
Нисек кенә булмаһын, егеттәрҙең йәшләй вафат булыуы аяныслы. Ә социаль селтәрҙәге шикле фекерҙәр, дөрөҫлөккә тап килмәгән һүҙҙәр һәләк булыусыларҙың туғандарының күңел яраһын яңырта, йөрәген телгеләй. Берәү ҙә бәлә-ҡазаға тарыуҙан азат түгел, ҡайғы бер ваҡытта ла ишек ҡағып, һорап килмәй. Бигерәк тә изге айҙа бер-беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтлерәк, ә юлдарҙа һағыраҡ булайыҡ.