Башҡа яңылыҡтар
5 Май 2021, 05:27

Иртән уңмаған – кис уңмаҫ...

Арыҫлан йәшләй генә өйләнде. Алмабикәне яраттымы-юҡмы, үҙе лә аңламай ҡалды...

Арыҫлан бөгөн дә эшкә насар кәйефтә килде. Тәүҙә кабинетына бикләнеп ултырҙы, ҡулына бер ниндәй ҙә эш барманы. Ә бит башҡараһы эштәре ҡыйралып ята. Коридорҙа аяҡ тауыштары ишетелә башлағас ҡына, ишегенең йоҙағын асып ҡуйҙы.
Иң беренсе булып кабинет тупһаһы аша май ҡояшылай балҡып атлап Кәрим инде. Үҙе бер туҡтауһыҙ тәтелдәй генә, эсендәге шатлығын һөйләп ҡалырға ашыға, ә Арыҫланға барыбер, бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сыға. Уға ла ошондай бәхетле булырға нимә ҡамасаулай һуң?
...Арыҫлан йәшләй генә өйләнде. Алмабикәне яраттымы-юҡмы, үҙе лә аңламай ҡалды. Күрше ауыл ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләгәйне, уңманы. Көн дә талаш-тартыш, бер-береңә ауыр һүҙҙәр әйтеү, күңелде ҡырыу. Йәштәр бер-береһенән тиҙ һыуынды. Бер ҡыҙы ҡалды иҫтәлек булып беренсе никахынан.
Һөлөктәй ир бүтәндәр шикелле тулы ғаиләлә йәшәгеһе килде һәм күп тә үтмәне ҡапыл күрше район ҡыҙын һоратты. Илнараны кәләш итеп алды. Ҡыҙҙар сибәр була шул. Илнара дөйөм ятаҡ коридорынан үткәндә ирҙәр, егеттәр, боролоп, уның артынан ҡарап ҡалыр ине. Арыҫлан ҡатыны менән ни бары биш йыл ғына бергә йәшәп ҡалды. Илнара эштә йәш егеткә эҫенеп китеп, шуның фатирына инде лә китте. Ир йәнә яңғыҙы тороп ҡалды.
- Тап үҙеңә берәйһен ҡарт көнөңдә сөкөрҙәшеп сәй эсергә, – тип теге ваҡыт иптәше бер ҡатын менән таныштырырға булғас, Арыҫлан яҙмышын тағы ла бер тапҡыр һынап ҡарарға булды.
Ниңә яҙмыш уға ҡарата шулай ҡаты бәғерле икән? Димләп таныштырған өсөнсө ҡатын Арыҫланды тиңһенмәй ҡаңғырта, йыш ҡына “ҡырын тейәп ҡайта”, ашарға бешермәй. Ул был ҡатынды ла айырам тип ныҡлы ҡарарға килгәйне бер ваҡыт, әммә уйынан кире ҡайтты. “Бисәнән бисәгә йөрөгән ир”, тип әйтеүҙәренән ҡурҡып яҙмышына күнеп йәшәргә ҡарар итте...
Хөрмәтле, дуҫтар! Был осраҡта кем ғәйепле? Арыҫланға ниндәй кәңәш бирергә?..
Фото: donday.ru
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Irt-n-u-ma-an--kis-u-ma-782921/
Читайте нас