Даирә
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Май 2021, 11:38

Иҫерек ир оло йәштәгеләргә ташланған

Инәйҙәрҙең береһе – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, икенсеһе – Чечняла һәләк булған Рәсәй Геройының өләсәһе.

Өфөлә иҫерек ир подъезд алдына саф һауа һуларға сыҡҡан ике әбейгә ташланған. Вәхши әҙәм уларҙы төртөп ҡолатҡан, береһенә һуғып, аяғы менән тибеп ебәргән.
Тауышҡа эргәләге майҙансыҡта уйнаған балалар, эргә-тирәләге халыҡ килеп етеп, оло йәштәгеләрҙе хулиган ҡулынан аралап алған. Балалар араһынан был аяныслы хәлде видеояҙмаға төшөрөп өлгөрөүсе лә табылған.
"Йорт янынан үтеп барышлай ул 92 һәм 94 йәшлек оло йәштәге ҡатындарға ташланған, - тип һөйләгән зыян күреүселәрҙең береһенең ейәне. – Әбейҙәрҙең береһе – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, икенсеһе – Чечняла һәләк булған Рәсәй Геройының өләсәһе".
Вәхшиҙе полиция ҡулға алған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уның шәхесе асыҡланған. Әле был хәл буйынса тикшереү бара, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото: видеояҙманан скриншот.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/I-erek-ir-olo-y-sht-gel-rg-tashlan-an-783352/
Читайте нас