Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Май 2021, 10:42

Айыу һарыҡ көтөүен ҡыуалап алып киткән...

Милли парк директоры был ваҡиға буйынса ауыл халҡына ниндәй дәғүә белдерә?

Мәләүез районында йәшәгән кешеләр айыуҙың һарыҡ көтөүен туҙҙырып, ҡыуалап алып китеүен видеоға төшөргән. ”Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Сергеевка ауылы халҡы малдарын көтмәй, үҙҙәре ҡасан теләй, шунда яланға сығарып ебәрә.
Бәхеткә ҡаршы, был юлы хәл ҡорбанһыҙ тамамланған. Айыуҙың яҡынлашҡанын күреп, һарыҡтар өймәкләшкән урынынан кинәт йүгерешеп таралышҡан.
"Өс йәшлек айыу әле аҡрынлап үҙаллы тормошҡа яраҡлаша. Тап ошо ваҡытта унда дөрөҫ ғәҙәттәр формалашырға тейеш. Үҙенә кешеләрҙән алыҫтағы урманда аҙыҡ эҙләп табырға бурыслы. Ә контролһеҙ йөрөгән малдар уның өсөн еңел табышҡа әүерелеүе, аҙаҡ кешеләр йәшәгән тораҡтарға ылыҡтырыуы, фажиғәләргә килтереүе ихтимал", - ти парк директоры Владимир Кузнецов.
Милли парк хеҙмәткәрҙәре мал-тыуарын ҡарауһыҙ яланға сығарырға ғәҙәтләнгән Сергеевка ауылы кешеләренә дәғүәһен дә белдерә: бындай осраҡтарҙа, республикала ҡабул ителгән 404-се законға ярашлы, 20 мең һумға тиклем штраф һалыныуы мөмкин, тиҙәр.
Фото: prufu.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Ayiu-ari-k-t-en-iualap-alip-kitk-n-783754/
Читайте нас