Документҡа ярашлы, 1 июлдән йөклөлөк буйынса иҫәпкә иртә баҫҡан, ауыр тормош хәлендә ҡалған йөклө ҡатындарға түләүҙәр арттырыла. Пособие күләме Рәсәй төбәгендә билдәләнгән йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк. Партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, был - бик яҡшы башланғыс, яҡлауға мохтаж ауырлы ҡатындарға ярҙам һәм яҡты донъяға тыуасаҡ сабыйҙар өсөн дә социаль гарантия тигән һүҙ.
Президент шулай уҡ балалар лагерҙарына юлламалар хаҡының яртыһын ҡайтарыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйған. Был сара 15 майҙан башлана. Бынан тыш, туристик кешбэк программаһы 2021 йылдың аҙағына тиклем һәр кем өсөн оҙайтыла.
Йыл һайын төбәктәр өсөн өҫтәмә рәүештә дүрт мең самаһы мәктәп автобустары алынасаҡ. Автопарктар 2021-2024 йылдар дауамында федераль бюджет иҫәбенә яңыртыласаҡ. 2023 йылға тиклем Хөкүмәткә һәм төбәк етәкселәренә “Газпром” менән берлектә граждандарҙың өйҙәрен газға тоташтырыуҙы бушлай башҡарыу йөкмәтелде. Һүҙ бында газ индерелгән, әммә газ торбаһы йорттарға килтереп еткерелмәгән тораҡтар тураһында бара. Айырыуса өлкәндәргә һәм күп балалы ғаиләләргә иғтибар йүнәлтеләсәк, документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Шулай уҡ төбәктәргә инфраструктураларҙы үҫтереүгә йылына өс процент ставкаһы менән кредит биреү мәсьәләһе Рәсәй Президенты тарафынан хуплау тапты.
Ил етәксеһе ҡушыуы буйынса, 1 июлдән 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән тулы булмаған ғаиләләргә пособие түләнәсәк. Төп талап - йән башына тура килгән килем төбәктәге йәшәү минимумы дәүмәленән артмаҫҡа тейеш.