Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Май 2021, 18:38

Сирлеләр һаны тағы артты

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 96 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланды, тип хәбәр итә коронавирус менән көрәш буйынса төбәк оператив штабы. Шулай итеп, пандемия осоронда республика биләмәһендә вирусты 35763 кешенең йоҡтороуы билдәле булды.

Һуңғы тәүлектә 99 кешенең һауығыуы, иҫәптән төшөрөлөүе асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус ҡорбандары тағы өс кешегә артҡан. Республикала коронавирус инфекцияһынан бөтәһе 461 ауырыу һәләк булды. Әлеге ваҡытта 2070 кеше сирҙән дауалана, күпселеге – амбулатор шарттарҙа.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 7770 кеше вирусты йоҡторған, 337 ауырыуға табиптар ярҙам итә алмаған. Байрам көндәрендә санитар-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, йәмәғәтселек урындарында битлек режимын һаҡларға саҡырабыҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sirlel-r-ani-ta-i-artti-784630/
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас