Беренсенән, автомобилдәрҙе Дәүләт хеҙмәтләндереүе (Госуслуги) аша ла һатып алырға мөмкин. Был сервис физик шәхестәрҙе генә хеҙмәтләндерә һәм ҡулланылған автомобилдәргә ҡарата ғына эшләй. Электрон һатыу-һатып алыу өсөн Дәүләт хеҙмәтләндереүе сайтында машинаның документтарын (ПТС, СТС һәм ОСАГО полисын) күрһәтергә кәрәк.
Икенсенән, 9 Май Еңеү байрамына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан тыш ҡайһы бер төр пенсионерҙар (тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм башҡалар) ҙа федераль түләү аласаҡ. Пособиеның күләме һәм алыу шарттары төрлө төбәктәрҙә төрлөсә, уларҙа өҫтәмә түләү яһауҙары ла ихтимал. Был туралағы мәғлүмәтте райондың халыҡты социаль яҡлау бүлегендә алырға мөмкин.
Өсөнсөнән, бензинға хаҡ артыуын тотҡарлаусы яңы механизм эшләй башлаясаҡ. Хәҙер Хөкүмәт нефтселәрҙең матди зыянын федераль ҡаҙнанан өҫтәмә компенсациялар индереү юлы менән ҡаплаясаҡ. Властар күҙаллауынса, был компенсациялар бензин хаҡының инфляциянан юғарыраҡ күтәрелмәүенә булышлыҡ итәсәк. Маҡсатҡа ирешерҙәрме – уныһын ваҡыт күрһәтер.
Дүртенсенән, шешәләргә тултырылған (бутилләнгән) һыуҙы маркировклау эксперименты дауам итә. Был иһә уның сифатына гарантия биреүҙе, йәғни ҡулланыусыларҙың һаулығына зыян килтермәүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ә хәҙер бик үк һәйбәт булмаған яңылыҡтар.
Беренсенән, эшҡыуарҙар өсөн һалым түләү реквизиттары үҙгәрәсәк. Һалым органдары беренсе майҙан иҫке реквизиттар буйынса түләү алыуҙы туҡтатҡан да инде. Был мәғлүмәтте алдан белешә торорға кәрәк, йүғиһә йүнселдәрҙең банктағы иҫәбен туҡтатып тороуҙары ла бик ихтимал.
Икенсенән, 65 йәштән ашҡан пенсионерҙарға электрон больничныйҙы оҙайтып тороуҙы туҡтаталар. Был ысул үҙсикләүҙә булыуҙы тәьмин итеү өсөн ҡулланыла ине, сөнки ундай йәштәге кешеләргә дауаханаға барып йөрөү хәүефле булды.