Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Май 2021, 22:20

"Әсәйем янына ҡайтарығыҙ!" - тип үтенгәйне...

12 йәшлек Ваняны әсәһенән айырып балалар йортона оҙатҡандары тураһында яҙғайныҡ инде. Опека органдарын да ғәйепләү мөмкин түгел, сөнки йортта йәшәрлек уңайлы шарттар булмай: йыуыныу өсөн ваннаһы эшләмәй, туалетта хатта унитаз да юҡ...

Ваня балалар йортонан “Изгелек йәйғоро” ирекмәндәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Малайҙың хаты буйынса тикшереү үткәрәләр, ғаиләнең хәле менән танышалар. Әсәнең эскелек менән шөғөлләнмәүе, улын ҡулынан килгәнсә хәстәрләүе асыҡлана. Уның 14 мең һумлыҡ эш хаҡына фатирҙа ремонт яһай алмаясағын аңлайҙар, сөнки ҡатын тәҙрә ҡуйҙырғаны өсөн кредит түләй, аҡсаһы коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә китә, ашарға ла етмәй.
Ирекмәндәрҙең, кәңәшләшкәндән һуң, фатирҙа ремонт эшләргә тотонғанын хәбәр иткәйнек. Яңыраҡ уларҙың эшен тамамлағанын белдек: санузелға ремонт үткәрелгән, сантехника ҡуйылған, канализация таҙартылған. Бүлмәләрҙә ремонт тамамланыуға табан бара.
“Виктория” ғаилә үҙәгендә әсәгә психологик-педагогик, юридик ярҙам күрһәтелә. Уның балаһын тәрбиәләүгә ныҡлап тотонасағына ышаныс бар, улы эргәһенә йыш килеп, хәлен белешеп тора, тиҙәр. Ваняның тормошонда үҙгәрештәр буласаҡ әле. Ул Ишембайҙағы кадет корпусына уҡырға инеү өсөн имтихандарға әҙерләнә. Әсәнең хоҡуҡтарын сикләү буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙы юҡҡа сығарыу өсөн документтар йыйыу дауам итә, балалар йорто белгестәре ҡатынға улын ҡайтарыу өсөн ярҙам күрһәтәсәк.
Барыһы ла яҡшы булыр, Ваня оҙаҡламай өйөнә ҡайтыр, тип беҙ ҙә өмөтләнәбеҙ.
Фото: sterlitamak.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас