Даирә
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Май 2021, 22:58

Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: Тимерғәле Килмөхәмәтов вафат булған

Халҡығыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе. 2 май кисендә Башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов вафат булған.

Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ы, Серов станцияһы ҡасабаһында тыуған. Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбен тамамлай. 1962—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1967—1970 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһынан һуң кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.
Тимерғәли Килмөхәмәтовтың фәнни хеҙмәттәре башҡорт драматургияһының поэтикаһын өйрәнеүгә, әҙәбиәт ғилеме методологияһына, әҙәби портреттар ижад итеүгә арналған.
«Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. «Күк тояҡҡай», «Хаҡлыҡ үлмәй», «Йәнкиҫәк» йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестары замандаштарының рухи донъяһына иғтибар итеүе, психологизм, тел байлығы тасуирлығы менән айырылып тора.
Читайте нас