Даирә
0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
30 Апреля 2021, 09:37
Сермән ауылында ҡот осҡос шартлау
"Шартлау шул тиклем көслө булды, бомба шартланы икән тип торам".
Бөгөнгө иртә сермәндәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, сөнки уларҙы көслө шартлау уята. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ведомствоға таңғы 7.04 сәғәттә Белорет районының Сермән ауылы эргәһендә газ үткәргестең яныуы тураһында хәбәр килгән. Ҡотҡарыусылар шунда уҡ ваҡиға урынына сыға һәм янғынды һүндереү буйынса эш башлай. Йәмғеһе 15 техника һәм 38 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.
Ваҡиға урынына Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта сыҡҡан.
– Сермән ауылы эргәһендә юғары баҫымлы газ үткәргесе магистрале янған. Зыян күреүселәр юҡ. Хәл күҙәтеү аҫтында, барлыҡ ашығыс хеҙмәттәр уның эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә эшләй, – тип яҙған социаль селтәрҙә район башлығы.
Хәл менән яҡындан танышыу өсөн Сермән ауыл биләмәһе башлығы Айытбай Әйүпов менән бәйләнешкә индек.
– Шартлау 6.41 сәғәттә булды. Мин иртәнсәк яңылыҡтар уҡып ята инем. Шундай көслө шартлау булды, мин бомба шартланы тип уйланым. Һикереп тороп ҡарау менән ҙур утлы шар хасил булғанын күрҙем. Шунда уҡ райондың яуаплы кешеләренә хәбәр иттем. Ярай, бәхеткә күрә, шул мәлдә юлда машина булмаған, сөнки шартлаған урын Белорет – Өфө юлынан 30 метр самаһы алыҫлыҡта ята. Шулай булһа ла юлды боҙған. Йәғни шартлаған урын тирәләй 100 метр диаметр самаһы ер зыян күргән. Ауылдан 700 метр самаһы алыҫлыҡта булды был хәл. Шартлау шул тиклем көслө булды, хатта ул урындан минең йорт 1600 метр алыҫлыҡта урынлашһа ла, өйҙөң стеналары һелкенеп ултырҙы. Шунда уҡ ваҡиға урынына барҙым, полиция килде. Ул шунда уҡ юлды япты, һуңынан башҡа ҡотҡарыу хеҙмәттәре килеп етте, – тип уртаҡлашты Айытбай Зәбир улы.
ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле юлдың был участкаһы ябыҡ, уны урап үтеү юлы бар – Сермән ауылы аша. Шуға ла автомобилдәрҙең хәрәкәтенә тотҡарлыҡ юҡ.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Serm-n-auilinda-ot-os-os-shartlau-781221/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!