Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 11:18
Үгәй атаһын туҡмап үлтергән...
Бүлмәлә йәшенеп ултырған 11 йәшлек ҡыҙыҡай "Ашығыс ярҙам" саҡыра, тик һуң була...
Был хәл кисә Сибайҙа була. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 28 апрелдә төн менән ҡаланың үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре полицияға мөрәжәғәт итә. Уларға 40 йәшлек туҡмалған иҫерек ирҙе килтерәләр, әммә ул бер сәғәттән йән бирә.
Шунда уҡ ғәйепләнеүселәр табыла: мәрхүмдең 20 йәшлек үгәй улы һәм уның 19 йәшлек дуҫы. Полиция ҡулға алған саҡта улар шыр иҫерек булған. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, икеһенең дә закон менән проблемалары беренсегә түгел.
Ә хәл былайыраҡ була. Иҫерек егеттәр өйгә ҡайта, унда был ваҡытта иҫерек үгәй атай, әсәһе һәм 11 йәшлек һеңлеһе була. Үгәй атай егеткә бәйләнеп, талаш сыға. Һүҙ көрәштерә торғас, улар һуғышыуға күсә. Егеттең дуҫы ла ҡушыла, һәм улар ирҙе ныҡ итеп туҡмай. Ҡатын айырырға маташа, тик көсө етмәй. Һөҙөмтәлә ул бәләкәй ҡыҙы менән бүлмәлә йәшенә.
Төн уртаһында йәштәр тышҡа йөрөргә сығып китә. Шул саҡта ирҙең ауыр хәлдә икәнлеген күргән 11 йәшлек ҡыҙыҡай "Ашығыс ярҙам" саҡыра, тик һуң була: ир бер сәғәттән дауаханала вафат була.
Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, әле тикшереү бара.
Фото: Тәфтиш комитеты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/g-y-ata-in-tu-map-lterg-n-780696/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!