Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 15:32

Ялсина Гөлсирә Хаб­рахман ҡыҙын

Мөкәй ауылында йәшәүсе ҡә­ҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәм, өлә­сәйе­беҙ Ялсина Гөлсирә Хаб­рахман ҡыҙын 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй.
Сәскәйҙәрең, әсәй, салланһа ла,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайынса,
Һин бит донъяларҙа бер генә.
Ҡотлау менән улдарың Рәмзил, Руслан, ҡыҙҙарың Гөлназ, Айгөл, киленең Венера, кейәүҙәрең Байрас, Альберт, ейәндәрең Алмаз, Мирас, Рамзан, ейәнсәрҙәрең Элина, Радмила, Наҙгөл, Лия.
Читайте нас