Халыҡҡа файҙалы мәғлүмәттәр биреү өсөн бройлер себештәре, уларға аҙыҡтар һатыу менән шөғөлләнеүсе Марсель Ваһапов менән һөйләштек. Уның кәңәштәренең, бәлки, кемгәлер файҙаһы ла тейер.
- Бройлерҙарға ҙур иғтибар һәм тәрбиә кәрәк. Таҙа тотоу, дөрөҫ туҡландырыу, вентиляция, температура шарттары үтәлергә тейеш. Себештәрҙе һатып алғас, тәүҙә өс көн буйына 38 градус йылылыҡтағы бинала тоторға кәрәк. Артабан температураны кәметергә мөмкин. Әгәр ҙә ҡош балалары бергәләшеп өйөлөшөп торһалар, кәйефтәре насарланып китһә - тимәк өшөйҙәр, шуға тағы ла уларҙы аҫраған урынды йылытыбыраҡ ебәрергә кәрәк.
Мин тиҙ үҫә торған “Росс-308”, “Кобб-500” бройлер себештәрен һатыу менән шөғөлләнәм. “Росс-308” тоҡомлоларының аяҡтары оҙон түгел, әммә һөйәктәре киң, ите күп сыға. Ә “Кобб-500” тоҡомлолары һары тәнле була. Бройлерҙар 60-65 көндә һуйырға ла өлгөрә.
Был ҡош балаларын артыҡ ҙур урында тоторға түгел, ашарға-эсергә, бер аҙ ҡыймылдарға урын булһа, шул еткән. Сөнки улар иреклектә йөрөһә, буйға ғына үҫеп, бик һимермәйәсәк.
Инфекцияға ҡаршы көрәшеү маҡсатынан ҡошсоҡтарға антибиотиктар эсерелә. Мин себештәрҙе һатҡанда ҡатнаш аҙыҡ, витаминдар менән бергә антибиотик та алырға тәҡдим итәм. Антибиотиктарҙан һуң ҡулланыла торған пробиотиктар, шулай уҡ витаминдар ҙа ошо махсус ҡатнаш аҙыҡтарҙың составына ингән. ПК-2, ПК-5 иң яҡшылары һанала. Уларҙың составында төрлө микроэлементтар, витаминдар, үҫемлек майҙары бар. Әгәр ҙә ҡатнаш аҙыҡтың бер төрөн алһаң, артабан да тик шуны ғына бирергә кәрәк. Сөнки ҡоштарҙың организмы ошоға ғына өйрәнә лә, башҡаһын бирә башлаһаң, үҫеш туҡтап ҡала.
Себештәрҙең алдарында һәр ваҡыт аҙыҡ менән һыу торорға тейеш. Йәшел витамин булараҡ кесерткәнде ваҡлап ашатыу, йәки уның эҫе һыу менән бешекләнгән һыуын эсереү ҙә бик һәйбәт.
Ҡош үҫтергәндә бик иғтибарлы булыу мөһим. Әгәр ҙә берәйһенең ауырығанын күрһәгеҙ, уны тиҙ арала айырығыҙ. Ҡоштарҙың да сирҙәре күп төрлө була. Ветеринар менән һөйләшеп, ауырыуын асыҡларға, ниндәй дарыу эсерергә кәрәклеген белергә кәрәк. Йоғошло ауырыу булып, башҡаларға йоғоп ҡуймаһын. Ошо ҡағиҙәләрҙе, кәңәштәрҙе тотоп, сифатлы ит менән туҡланығыҙ! - ти Марсель Марат улы.
Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.
Реклама хоҡуғында.