Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 11:21

“Өс көнлөк” ғүмерҙә...

Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа, ололар ҙа, йәштәр ҙә, дәрәжәлеләр ҙә, ябайҙар ҙа, уҫалдар ҙа, йыуаштар ҙа бар бында. Әммә һәр береһен ауыр сир һәм тормошҡа һөйөү берләштерә. Онкодиспансер хаҡында һүҙем. Бында, йәғни, республика онкодиспансерында ятыусылар һуңғы һулыштарына тиклем йәшәү өсөн көрәшә, ә табиптар уларҙың ғүмерҙәрен оҙайтыу өсөн бар көстәрен һала.

Яҡын кешемдең ауыр сиргә дусар булыуы арҡаһында миңә лә республика онкодиспансерында уның менән бергә ятырға тура килде.
Яҙмыш һынауҙарҙан тора шул. Бер кем дә үҙенә ошо ҡурҡыныс сир эләкмәҫ тип гарантия бирә алмай. Онкодиспансерға ингәнсе был хаҡта уйларға ла ҡурҡыта. Ә әле был ысынбарлыҡ. Бында ла тормош дауам итә... Мине донъяға килтергән, тамаҡтарыбыҙ туҡ булһын, кеше араһында кәм-хур булмаһын тип үҫтергән, тормоштоң елен-ямғырын, әсеһен тейҙермәҫкә тырышҡан иң ҡәҙерле кешем - әсәйем өсөн ҡайғырыуҙар, борсолоуҙар, йоҡоһоҙ төндәр, тамуҡҡа әйләнгән көндәр, айҙар кисерергә тура килде. Был саҡтарҙа ауырыуҙар ғына медицина ярҙамына һәм йылы ҡарашҡа түгел, уларҙың яҡындарының яралы күңел дәрелә дауаға, рухи ярҙамға мохтаж. Көндәрҙең йәме бөттө, аҙыҡтың тәме китте, йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалманы. Бәхетлеләрҙең һәм һау-сәләмәт кешеләрҙең генә тормоштоң сепрәк-сап раҡтарына, алдатҡыс әйберҙәренә иҫе китә икән...
Ошоларға аптырап ҡарайһың хатта. Яҡын кешемдең интегеүе күңелемде яфаланы. Операция ваҡытында ул йәрәхәттәр ғазабын тойһа, мин күңел яраларын кисерҙем. Йәнемде киҫтеләрме ни! Был ваҡыттарҙа уға ныҡ бәйләнгәнемде аңланым... Шулай ҙа, тормош һынауҙарына күнеккән әсәйем ауырыуын да лайыҡлы кисерә белде. Һығылып-бөгөлөп, тө шөн көлөккә бирелеп ултырманы. Хатта операцияға киткәндә лә йылмайып, ҡул болғап инеп китте ул. Ә миңә, бәлки, операциянан һуң уянмаһа, тигән шомланыу күңелгә тынғылыҡ бирмәне...
Эйе, ауырыуҙар арҡаһында төрлө кешеләр бар. Яйлап ауырыуҙар һәм уларҙы ҡараусылар менән танышаһың, һөйләшеп китәһең. Үҙҙәрен төрлөсә тота улар. Кемдер ғорур рәүештә сир менән көрәшә. Ә кемдер төшөнкөлөккә бирелеп, үҙ-үҙенә бикләнеп, бер кемде күрмәйенсә әжәлен көтөп ята. Онкология ауырыуы менән сирләгәндә табиптарҙың ярҙамы ғына түгел, яман шеште еңеү өсөн ышаныс та кәрәк тиҙәр. Киләсәккә ышаныс йәшәүгә өмөт сатҡылары уята. Республика колледж дарының береһендә бухгалтер булып эшләүсе урта йәштәрҙәге ҡатын яман шеш диагнозын ишеткәс, ҡойолоп төшә.
Әммә үҙен ҡулға алып, яман сир менән көрәшә башлай. Химиотерапияға йөрөп, сәстәре лә ҡойола. Шулай ҙа, дауаханала ятҡанда үҙенең дә, башҡаларҙың да күңелдәрен күтәреү өсөн төрлө яңылыҡтар һөйләй, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫләп, башҡаларҙы йылмайтырға тырыша, диета, халыҡ медицинаһы хаҡында үҙе белгәндәрен кәңәш итеп, һәр кемгә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора. Ә Олеся исемле сибәр ҡатын диагнозды белгәндән һуң, донъяның мәғәнәһен юғалта. Кем өсөн йыйҙы һуң ул байлыҡты, нимә өсөн тырышты, тип иҫәңгерәп ултыра. Ни өсөн ваҡытында һаулығына иғтибар итмәне? Ни өсөн донъя малын ҡыуам тип сапты ла сапты?
Их, ҡайтарып булһа икән үткәндәрҙе! “Ергә төшә” лә ул... Быға тиклем үҙэсенә, үҙ донъяһына ғына бикләнеп йәшәй, туғандар, дуҫтар менән дә аралашмай ул. Хәйер, улай йәшәргә ваҡыты ла, теләге лә булмай шул... Әгәр ҙә ошо яман сирҙән ҡотолһам, яҡындарым менән бергәләшеп, уларға тик изгелектәр ҡылып ҡына йәшәр инем, ти ҡатын.
Бер ағай ҙа ауырыуы тураһында белгәс, күпмелер ҡайғырып-борсолғандан һуң, бар нимәнең дә ваҡытлыса булыуын аңлап, айыҡ аҡылы менән төшөнөргә тырыша. Ни эшләйһең, мәңгелек тормош юҡ. Дин юлына баҫып, ауырыуҙы Аллаһы Тәғәлә һынауы итеп ҡарап, күңеленә тыныслыҡ табырға тырыша ул...
Артабан бында бөтәһен дә ошондай яҙмыш берләштергәс, донъя шулай булырға тейеш кеүек тойола башлай.
Яҙмыш һынауҙары төрлөсә. Ә был дауаханала кешеләрҙе кинәт килеп сығып, шаңҡытҡан уртаҡ яҙмыштар берләштерә. Тик тормошҡа ҡараштар айырыла. Ауырлыҡтарҙы күтәрә белеп, юғалған донъя мәғәнәһен ҡайтарып, йәшәү өсөн тырмашҡан кешеләргә ҡарап уйландыра. Сәләмәтлек ҡаҡшағас ҡына түгел, һау саҡта ҡыҫҡа ғүмерҙең ҡәҙерен белеп тормош юлын уҙырға, шөкөр итеп йәшәргә кәрәк. Ошо ябай ҙа,мөһим дә хәҡиҡәтте аңларға булышлыҡ итте яҙмыш.
Фәнил Гәрәев
(Исемдәр үҙгәртелде).
Фото Т.Роза
Читайте нас