Уға ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлыһын, тормоштоң иң йәмлеһен теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡын кешеләреңдең изгелеген тойоп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Йөҙөң май ҡояшындай һәр саҡ балҡып торһон. Матур донъяңдың бар рәхәтлектәрен күреп, кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ Рифат Тимербай улы менән тигеҙлектә балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп туғандарың менән бергә йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Яҡты яҙҙың сағыу бер көнөндә
Ергә йәм бирергә тыуғанһың.
Яҙғы ҡояш кеүек яғымлыһың,
Үҙең көләс, үҙең уңғанһың.
Киң күңелең, йомартлығың өсөн
Дала-сәхрәләргә тиңләйбеҙ.
Шатлыҡ менән тулы ҡыуаныслы
Оҙон ғүмер һиңә теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, атайың һәм туғандарың Илнур, Зөлфиә, киленең Эльвира һәм беҙҙең балалар.